Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДЖЕЙХАНИ

Просмотров: 918

ДЖЕЙХАНИ, Джайхани (Әбү Абдулла Мөхәммәт ибн Әхмәт әл-Джейхани; ? — 941, Бохара), Урта Азия ғалимы. Сәмәрҡәнд әмире һарайында вәзир булып хеҙмәт итә (яҡынса 913—14 йй.). Гардизи, Ибн Руста һ.б. хеҙмәттәренән билдәле булған “Китаб әл‑мәсалик вәл-мәмалик” (“Юлдар һәм илдәр китабы”) хеҙмәтенең авторы. Д. Көнсығыш Европа, Урта һәм Үҙәк Азия халыҡтарын, ш. иҫ. бәшнәктәр, ҡыпсаҡтар, уғыҙҙарҙы тасуирлағанда Ибн Хордадбех әҫәрҙәрен киң файҙаланған. Боронғо венгрҙар йәшәгән ике төрлө терр‑яны күрһәтә, башҡорттар м‑н венгрҙарҙың этногенетик ҡәрҙәшлеге т‑да фараз итә.

Әҙәб.: Гардизи мәҡ. ҡарағыҙ.

И.М.Аҡбулатов, Б.С.Ильясов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019