Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫҘЫЛ ӨЙРӘК

Просмотров: 1038

ҠЫҘЫЛ ӨЙРӘК (Tadorna ferruginea), ҡаҙ һымаҡтар отрядының өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Көньяҡ Европала, Азияла, Төньяҡ Африкала таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 61—67 см, ауырлығы 1,2—1,6 кг (инә ҡоштар вағыраҡ һәм асығыраҡ), ҡанатының ҡоласы 121—145 см. Ҡауырһын ҡапламы сағыу ерән, арҡаһының артҡы өлөшө һәм ҡойроғо ҡара, башы асыҡ охра төҫөндә, яҙ көнө ата ҡошта ҡараһыу муйынсаҡ барлыҡҡа килә. Ҡ.ө. суҡышы ҡара төҫтә. Ҡанаты йәшел көҙгөлө, осҡанда киң, оҙон, өҫ яҡтан аҡ (беренсе дәрәжәләге ҡағыу ҡанаты ҡара). Аяғы ҡараһыу көрән. Моногам. Ояһын текә ярҙа, ҡая ярығында, ташландыҡ ҡаралтыла, өңдәрҙә (үҙе ҡаҙа йәки төлкө, бурһыҡ һ.б. өңөн ҡуллана) ҡора, эсенә йөн түшәй. 8—13, ҡайһы ваҡыт 16‑ға тиклем аҡ төҫтәге йомортҡа һала. Инә ҡош 27—29 көн баҫа. Көндөҙгө ҡош. Үҫемлектәрҙең орлоғо һәм үрендеһе, бөжәктәр, ваҡ ҡыҫалалар менән туҡлана. БР‑ҙа Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығында, Башҡортостандың Урал аръяғында оя ҡора, йылы яҡҡа осоп киткәндә йәки йылы яҡтан ҡайтҡанда Краснокама районында осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 24.10.2022