Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОБА КҮБӘЛӘКТӘР

Просмотров: 1107

ҠОБА КҮБӘЛӘКТӘР (Pyraliidae), күбәләктәр ғаиләһе. 6 меңгә яҡын төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа 110 төрө бар: келәт күбәләге, өй күбәләге, он күбәләге, болон күбәләге, кәбеҫтә ҡобаһы һ.б. Ҡанаттарының ҡоласы 1—3, һирәк 5 см тиклем. Һорғолт көрән, аҡ, йәшкелт көрән, һоро төҫтә. Алғы ҡанаттары тар, өсмөйөш формаһында йәки оҙонса, унда 11—12, һирәк осраҡта 9—10 тамыр була, артҡылары яҫы, түңәрәкләнеп бөтә, ҡыҫҡа сәсәкле; тыныс хәлдә ҡанаттары өсмөйөш рәүешендә йәки кәүҙәһен уратып тора. Мороно ҡыҫҡа (өй күбәләгендә юҡ), мөгөҙ ҡатлаулы. Күҙҙәре ябай. Мыйыҡтары еп һымаҡ, ата күбәләктәрҙеке керпекле йәки кәкерсәкле. Аяғы оҙон. Йомортҡалары аҡ йәки һарғылт, үҙе туҡланған субстратҡа һала. Ҡарышлауығы ҡара төрткөлө, 16 быуынлы, төкһөҙ. Тупраҡ, япраҡ өҫтөндә көптә ҡурсаҡлана. Республика шарттарында йылына 1—2 быуын үҫә. Ҡарышлауығы ҡурсаҡ көбөндә ҡышлай. Эңерҙә һәм төндә әүҙем. Ҡарышлауығы үҫемлектәрҙең вегетатив өлөштәре һәм емештәре менән туҡлана, имагоһы туҡланмай. БР‑ҙа бөтә ерҙә таралғандар. Он күбәләге ондо һәм он аҙыҡтарын боҙа; амбар күбәләге, кәбеҫтә күбәләге, болон күбәләге һ.б. — ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.03.2023