Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺЫУ ТУРҒАЙЫ

Просмотров: 765

ҺЫУ ТУРҒАЙЫ (Cinclus cinclus), турғай һымаҡтар отрядының һыу турғайы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла (төньяҡ‑көнсығыш Себерҙән тыш), Көньяҡ‑Көнбайыш Африкала таралған. Ултыраҡ ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 14—20 см, ауырлығы 50—85 г, ҡанат йәйеме 25—30 см. Ҡауырһыны тығыҙ, ҡуйы көрән, түше һәм тамағы аҡ төҫтә. Суҡышы төҙ, ян‑яҡтан ҡыҫылған, танау тишектәре ҡалын тиреле яры менән ҡапланған, ҡолаҡтарында тиреле клапан бар. Ҡанаттары ҡыҫҡа, йомро. Аяҡтары оҙон. Ҡойроғо ҡыҫҡа. Енси диморфизм хас түгел. Моногам. Ояһы шар формаһында, һыуҙан йыраҡ булмаған урындарҙа (ҡая ярыҡтарында, ағас тамырҙары, таштар араһында йәки бейек булмаған ағастарҙа) мүктән, үләндән, ылымыҡтарҙан яһай, йөн, ҡоро япраҡ, үлән түшәй. Ояла аҡ төҫтәге 4—7, йышыраҡ 5 йомортҡа була. Инә ҡош 15—17 көн эсендә баҫып сығара. Көндөҙгө ҡош. Тиҙ ағымлы йылға һәм шишмә төптәренә сумып һәм йүгереп тотҡан һыу умыртҡаһыҙҙары (ваҡ ҡыҫалалар, һыу мырҙары һ.б.) менән туҡлана. БР‑ҙа Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығында, Белорет, Бөрйән, Бөрө, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Өфө райондарында осрай.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 24.10.2022