Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОНДАТРА

Просмотров: 827

ОНДАТРА (Ondatra zibethicus), кимереүселәр отрядының ирләндәр ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Төньяҡ Америкала таралған, Евразия климатына яраҡлаштырылған. Кәүҙә оҙонлоғо 40 см, массаһы 1,5 кг тиклем. Йөнө ҡыҫҡа, ҡуйы, һирәк ҡылсыҡ йөндәре һәм йомшаҡ мамыҡ м‑н, төҫө асыҡ‑көрәндән алып ҡараға тиклем, ҡорһағы асығыраҡ төҫтә. Мороно тупаҡ, күҙҙәре һәм ҡолаҡтары ҙур түгел. Аяғы ҡыҫҡа, артҡы аяғының бармаҡтары йөҙгөс ярылар м‑н тоташтырылған. Ата О. сандыр биҙҙәре мисек секреты бүлеп сығара. Ҡойроғо 28 см, ян‑яҡтарынан яҫы, тәңкәләр һәм һирәк төктәр м‑н ҡапланған. Моногам. Йәшәүенең 1‑се йылында енси яҡтан өлгөрә, йылына 3 тапҡыр 6—7 яланғас бала тыуҙыра. 4 йыл йәшәй. Тәүлек әйләнәһенә әүҙем. Яр буйы һәм һыу үҫемлектәре, ҡайһы берҙә тәлмәрйендәр, моллюскылар, ҡыҫалалар м‑н туҡлана. Ярым һыу хайуаны. Һыу ятҡылыҡтары ярҙарында ғаиләләр м‑н йәшәй. Яр буйҙарында һыу эсенә сыҡҡан өңдәр йыра, һаҙлы ярҙарҙа үҫемлек ҡалдыҡтарынан “аласыҡтар” яһай. БР‑ҙың бөтә терр‑яһында таралған. Тәбиғи сығанаҡлы ауырыуҙарҙы, ш. иҫ. лептоспирозды, туляремияны һ.б. тыуҙырыусыларҙы йөрөтөүсе. Һунар объекты.

Л.А.Едрёнкина

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.04.2023