Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШҠОРТ ДИАСПОРАЛАРЫ

Просмотров: 1430

БАШҠОРТ ДИАСПОРАЛАРЫ. Башҡорттарҙың Рәсәйҙән күсеп китеүенә 20 — 30сы йй. башында революция (1917), Граждандар һуғышы, 30—40сы йй. сәйәси репрессиялар, Икенсе донъя һуғышы сәбәпсе була; 80се йй. аҙ. алып ирекле этник эмиграция процесы күҙәтелә. РФтан ситтә иң эре Б.д. Ҡаҙағстанда (1989 й. ҡарата — 41,8 мең; 1999 — 23,2 мең), Украинала (1989 — 7,4 мең; 2001 — 4,2 мең), Үзбәкстанда (1989 — 34,8 мең; 2000 — 3,7 мең), Ҡырғыҙстанда (1989 й. ҡарата — 4,1 мең; 1999 — 2,04 мең), Белоруссияла (1989 й. ҡарата мәғлүмәттәр бса — 1,2 мең кеше, 1999 — 1,1 мең кеше), Тажикстанда (1989 й. ҡарата — 6,8 мең, 2000 — 0,9 мең), Төркмәнстанда (1989 й. ҡарата — 4,7 мең) һ.б.; ш. уҡВенгрия, Германия, Ҡытай, Төркиә, Японияла һәм донъяның башҡа илдәрендә бар. Этник үҙаңдарын һаҡлайҙар, әсәэтносы мн бәйләнештәре аҙ йәки бөтөнләй юҡ. Миграция (ҡара: Халыҡ миграцияһы) барышында РФтың төрлө төбәктәренә 100 меңдән ашыу башҡорт күсенә; уларға тупланып ултырыу хас түгел, респ. мн этномәҙәни бәйләнештәре аҙ. Башҡ. халҡын берләштереүһәм тергеҙеү йәһәтенән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) ҙур әһәмиәткә эйә, РФтың башҡорттар тупланып йәшәгән төбәктәренең күбеһендә, ш. уҡ яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙеңҡайһы берҙәрендә уның төбәк бүлексәләре эшләй (ҡара: Милли-мәҙәни берләшмәләр).

Р.М.Йосопов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019