Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯЛАН БӨРКӨТӨ

Просмотров: 779

 

ЯЛАН БӨРКӨТӨ (Aquila rapax), ыласын һымаҡтар отрядының ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Төньяҡ Африкала, Евразияның уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 65— 86 см, ауырлығы 2,3—4,9 кг (инә ҡоштар эрерәк), ҡанат йәйеме 175—260 см. Ҡауырһыны ҡуйы ҡуңыр төҫтә, арҡаһында аҡһыл һәм елкәһендә ерәнһыу таптар була, ауыҙ ситтәре буйлап һары һыҙыҡ үтә. Суҡышы һорғолт ҡара. Ҡанаттары тар, оҙон, ситтәре һоро‑ҡуңыр таптар менән сыбарланған, ҡойроҡ ҡауырһындары ҡуйы ҡуңыр, һоро арҡыры һыҙыҡтар бар. Аяҡ бармаҡтары оҙон, һары, тырнаҡтары ҡара. Ҡойроғо оҙон, йомро, бер аҙ шына кеүек. Моногам. Ояһын (диаметры 0,9—1,3 м, бейеклеге 1 м тиклем) ағастарҙа, ҡырлаларҙа (үлән һәм ҡыуаҡ араһында) ботаҡтарҙан ҡора, йөн, ҡоро ат тиҙәге, үлән түшәй. Ояла көрәнһыу йәки һоро төрткөлө аҡ төҫтәге 1—4 йомортҡа була. Инә ҡош 40—45 көн эсендә баҫып сығара. Көндөҙгө ҡош. Сысҡан һымаҡ кимереүселәр, ҡоштар, йыландар, кеҫәрткеләр, емтек менән туҡлана. Дала зонаһында йәшәй. БР‑ҙа һирәкләп Башҡортостандың Урал алдының, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көньяғында һәм Башҡортостандың Урал аръяғында осрай. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. ­Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 30.03.2023