Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДИҢГЕҘ БӨРКӨТӨ

Просмотров: 783

ДИҢГЕҘ БӨРКӨТӨ (Haliaeetos albicilla), ыласын һымаҡтар отрядының ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла таралған. Ултыраҡ ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 70—98 см, ата ҡоштоң ауырлығы 3—5,8 кг, инә ҡоштоҡо 4—6,9 кг; ҡанатының ҡоласы 180—250 см. Ҡауырһыны һоро, башы, тамағы һәм муйынының өҫкө өлөшө һорғолт һары төҫтә. Күҙе ҡоба. Суҡышы һары. Ҡанаты оҙон, киң. Аяғы һары, тырнағы ҡара төҫтә. Ҡойроғо аҡ, ҡыҫҡа, шына рәүешендә. Моногам. Ояһын (диаметры 1—1,5, бейеклеге 1 м тиклем) ағаста 4—22 м бейеклектә ботаҡтарҙан ҡора, үлән, йөн түшәй. 2—3, һирәк осраҡта 1 һарғылт аҡ төҫтәге йомортҡа һала. Башлыса инә ҡош 37—40 көн баҫа. Көндөҙгө ҡош. Балыҡ, имеҙеүселәр (йомран, ҡуян, ҡыр сысҡаны һ.б.), ҡоштар, емтек менән туҡлана. Йылға, күл һәм һыуһаҡлағыстар буйында йәшәй. БР‑ҙа Ағиҙел, Дим, Ҡариҙел (Павловка һыуһаҡлағысы), Нөгөш (Нөгөш һыуһаҡлағысы) йй. түбәнге ағымында, Башҡортостандың Урал аръяғындағы ҙур күлдәрҙә таралған. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.10.2022