Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРАҒОШТАР

Просмотров: 723

ҠАРАҒОШТАР (Aquila), ыласын һымаҡтар отрядының ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған ҡоштар заты. 9 төрө билдәле, Евразияла, Африкала, Төньяҡ Америкала таралған. БР‑ҙа 4 төрө осрай: бөркөт, көсөгән, ҡарағош, ялан бөркөтө. Күсәр, ултыраҡ (бөркөт) ҡоштар. Кәүҙә оҙонлоғо 90 см тиклем, ауырлығы 6 кг тиклем (инә ҡош эрерәк). Ҡауырһын ҡапламы тығыҙ, ҡараһыу көрән, һоро, охра‑ерәнһыу төҫтәр өҫтөнлөк итә. Башы бәләкәй, күҙе көрән, һоро. Суҡышы көслө, ҡара һоро йәки көрән, төбөндә асыҡ төҫтә, һары балауыҙ ҡуныҡлы. Ҡанаты киң, оҙон, остары “бармаҡлы”. Ҡойроғо ҡыҫҡа, ялан бөркөтөнөң — оҙон. Аяғы көслө, һары, бәкәл һөйәге ҡауырһынлы, тырнаҡтары ҡара. Моногам. Ерҙә, ағаста, ҡаяла оя ҡора. 1—3 йомортҡа һала. Инә ҡош (көсөгәндә — инә һәм ата ҡош) 40—45 көн баҫа. Умыртҡалылар, ҡайһы берҙә емтек м‑н туҡлана. Урманда, далала, ҡарағош — һыу ятҡылыҡтарының тирә‑яғында йәшәй. БР‑ҙың бөтә терр‑яһында һирәк осрай. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019