Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОРНИТОЛОГИЯ

Просмотров: 1072

ОРНИТОЛОГИЯ [грекса ornis (ornithos) — ҡош һәм ...логия], зоологияның ҡоштарҙы өйрәнеүсе бүлеге. Уларҙың анатомияһын, биологияһын, систематикаһын, физиологияһын, экологияһын һәм географик таралышын өйрәнә. Башҡортостан территорияһында ҡоштарҙы өйрәнеү Ырымбур экспедицияһында (1734—44) (И.К.Кирилов, В.Н.Татищев, П.И.Рычков һ.б.) һәм Академик экспедицияларҙа (И.И.Лепёхин, П.С.Паллас һ.б.) ҡатнашыусылар тарафынан башланған. 19 б. Башҡортостандың көньяҡ өлөшөндә һунар төрҙәре торошон С.Т.Аксаков, Н.Самойлович, орнитофаунаның күп төрлөлөгөн А.П.Богданов, Н.А.Зарудный, Э.А.Эверсманн өйрәнгән. 19 б. аҙағында П.П.Сушкин Өфө губернаһында тереклек итеүсе ҡоштарҙың 240‑тан ашыу төрөн тасуирлай, 20 б. башында уларҙың биологияһын А.Н.Карамзин, А.А.Райский, А.П.Толстой, составын һәм һаны үҙгәреүен Г.Г.Штехер һ.б. өйрәнә. 30‑сы йй. ҡоштарҙың экологияһын А.А.Герке, С.А.Северцов, С.И.Снигиревский (Башҡорт ҡурсаулығы территорияһында), С.С.Птушенко (Инйәр й. бассейны) өйрәнә, 30—40‑сы йй. — С.В.Кириков, 50‑се йй. Е.М.Воронцов (Горький ҡ.), Н.Д.Григорьев, В.А.Попов (икеһе лә — Ҡазан ҡ.), В.Д.Ильичёв, С.Г.Приклонский (икеһе лә — Мәскәү ҡ.) тикшереүҙәр үткәрә. 60‑сы йй. Башҡорт дәүләт университетында — һыуҙа йөҙөүсе ҡоштар экологияһын (Ә.Ф.Мәмәтов), Башҡ. ҡурсаулығында ҡор һымаҡтарҙың популяцияһын (М.М.Творогова, К.А.Филонов) өйрәнеү башлана. 70‑се йй. алып БДУ‑ла һыуҙа йөҙөүсе ҡоштарҙың биологияһы, экологияһы, продуктлылығы өйрәнелә һәм уларҙы һаҡлау буйынса тәҡдимдәр эшләнә, таралышы аныҡлана һәм орнитофаунаның төрлө төркөмдәренең экологик үҙенсәлектәре асыҡлана (В.А.Валуев, Ә.Ф.Мәмәтов һ.б.), Педагогия университетында ҡоштарҙың биологияһына һәм үҙ‑үҙен тотошона антропоген факторҙарҙың тәьҫире өйрәнелә (С.А.Нехорошков, Г.В.Ямалова). А.В.Бурзянцев, Е.В.Карев, В.Е.Фомин һ.б. ҡоштарҙың популяциялары торошон тикшерә, уларҙы төрлө экосистемаларҙа, ш. иҫ. махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләрендә, хисаплау һәм һаҡлау ысулдарын эшләй.

Әҙәб.: Ильичёв В.Д., Фомин В.Е. Орнитофауна и изменение среды (на примере Южно‑Уральского региона). М., 1988; Маматов А.Ф. Водоплавающие и околоводные птицы Башкортостана. Уфа, 2005.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 02.11.2022
Связанные статьи: