Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИКРЕ

Просмотров: 625

БИКРЕ (Acipenser gueldenstaedtii), бикреләр ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Азов, Каспий һәм Ҡара диңгеҙ басс. йәшәй. Кәүҙә оҙонлоғо 2,3 м тиклем, ауырлығы 115 кг тиклем, орсоҡ формаһында, 5 буй рәткә теҙелгән ромб һымаҡ һөйәк пластиналары бар. Арҡаһы һорғолт ҡара төҫтә, ҡабырғаһы һорғолт көрән, ҡорһағы аҡ. Мороно ҡыҫҡа, тупаҫ. Ауыҙы түбән, арҡыры, хәрәкәтсән, 4 шыма мыйығы бар. Ҡойроҡ ҡанаты асимметриялы. Үткенсе балыҡ. Енси яҡтан ата Б. 11—13 йылда, инәһе 12—17 йылда өлгөрә. Март аҙағында — нояб. йылғаның шәп ағымлы һәм ҡырсынташлы урындарында ыуылдырыҡ һала, үрсеүсәнлеге — 50—1165 мең ыуылдырыҡ. Ыуылдырыҡ сәскәндән һуң, диңгеҙгә ҡайта. Селбәрәһе зоопланктон, һыу төбөндә йәшәүсе умыртҡаһыҙҙар (серәкәй балағорттары, ҡыҫала һымаҡтар, моллюскылар), олоһо ш. уҡ балыҡ м‑н туҡлана. Ҡиммәтле кәсеп балығы. БР‑ҙа Ағиҙел, Өфө йй. түбәнге ағымында йәшәй. БР‑ҙың, Халыҡ‑ара тәбиғәтте һәм тәбиғи ресурстарҙы һаҡлау союзының Ҡыҙыл китабына индерелгән.

И.П.Дьяченко

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019