Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘЙҒОР КҮБӘЛӘК

Просмотров: 1048

ЙӘЙҒОР КҮБӘЛӘК (Catocala fraxini), шайтан күбәләктәре ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Евразияның киң япраҡлы урман зонаһында таралған. Ҡанаттарының ҡоласы 8—8,5 см, алғы ҡанаттары зәңгәрһыу һоро төҫтә, ҡуйы һоро, ҡара тулҡынлы һыҙатлы, артҡылары — ҡара, киң зәңгәр таҫмалы һәм аҡ сәсәкле. Инә күбәләк ағас ҡабығы ярығына һәм ботағына йомро йомортҡалар һала. Ҡарышлауығының оҙонлоғо 9 см яҡын, ҡуйы төк менән ҡапланған, һоро. Ағас япрағы араһында йоҡа ҡурсаҡ көбөндә ҡурсаҡлана. Ҡурсағы эре, оҙонлоғо 5—6 см, ҡуйы көрән. Күбәләктең осоп сығыу ваҡыты июль—сентябрҙә. БР шарттарында йылына 1 быуын үҫә. Йомортҡаһы ҡышлай. Эңерҙә һәм төндә әүҙем. Ағас һуты менән, ҡарышлауығы — тирәк, ҡорос ағас һ.б. япрағы менән туҡлана. Аҙ һанлы төр, БР‑ҙың урман һәм урман дала зонаһының ҡатнаш урмандарында осрай.

М.Г.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.11.2022
Связанные статьи: