Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БУРНЕТ ЛЕПТОГИУМЫ

Просмотров: 788

БУРНЕТ ЛЕПТОГИУМЫ (Leptogium burnetiae), коллема һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған лишайник заты. Талломы эре япраҡлы, 10 см киңлектә, киң айырсалы. Талломдың өҫкө йөҙө ҡарағусҡыл һоро, һирәк осраҡта көрән‑ҡараһыу, башлыса шыма; аҫҡыһы асыҡ төҫтә, ҡуйы аҡ төклө. Изидиялары цилиндр формаһында, мәрйен һымаҡ, ҡатлансыҡтан ҡарараҡ, башлыса айырсаларҙың сите буйлап төркөмләп (һирәгерәк берәмләп) урынлашҡан. Эпифит, ылыҫлы урманда ағас олононда, ҡаяла үҫә. БР‑ҙа Башҡорт ҡурсаулығында осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

С.Е.Журавлёва

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019