Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОСАР ТЕЙЕН

Просмотров: 788

ОСАР ТЕЙЕН, я р ы л ы т е й е н (Pteromys volans), кимереүселәр отрядының осар тейендәр ғаиләһенә ҡараған имеҙеүселәр. Евразия урмандарында таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 13—20 см, массаһы 160 г тирәһе. Төҫө ҡышын һоро, йәйен көрәнһыу төҫмөрлө асыҡ‑һоро, ҡорһағы аҡ төҫтә. Йөнө ҡуйы, йомшаҡ. Башы йомро, күҙҙәре ҙур, ҡара төҫтә. Ҡолағы ҡыҫҡа, суҡһыҙ. Алғы тәпәйҙәре — 4, артҡылары 5 бармаҡлы, тырнаҡтары осло, бөгөлөп тора; алғы тәпәйҙәре араһында йөн м‑н ҡапланған ҡабырға яҡ тире йыйырсаһы (осҡос яры) бар. Ҡойроғо йөнтәҫ, оҙонлоғо 14 см, һикергәндә руль ролен үтәй. Полигам. Енси яҡтан 9—12 айҙа өлгөрә. Йылына 1 тапҡыр 2—4 бала тыуҙыра. 5—13 йыл йәшәй. Эңерҙә һәм төндә, һирәкләп көндөҙ әүҙем. Япраҡлы ағастарҙың (ҡайын, тал, саған, уҫаҡ, миләш) үренделәре, бөрөләре, ҡайһы берҙә ҡабыҡтары, бәшмәктәр, үләндәрҙең емештәре һәм орлоҡтары м‑н туҡлана. Ағас ҡыуыштарында һәм тейен ояларында, ҡайһы берҙә ҡая ярыҡтарында йәшәй; БР‑ҙың бөтә терр‑яһында ҡатнаш һәм киң япраҡлы урмандарҙа осрай. О.т. — талпан энцефалитын, ялған туберкулёзды тыуҙырыусыларҙы йөрөтөүсе. Ҡиммәтле тиреле йәнлек. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.Г.Яковлев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019