Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯЛҒАН САЯНДАР

Просмотров: 848

ЯЛҒАН САЯНДАР (Pseudoscorpiones), үрмәксе һымаҡтар класы. Яҡынса 2000 төрө билдәле, киң таралған. БР‑ҙа китап ялған саяны табылған. Кәүҙәһенең оҙонлоғо 1—7 мм, 6 пар аяҡлы баш‑күкрәктән (хитин ҡалҡаны менән ҡапланған) һәм 11 сегментлы киң түңәрәк ҡорһаҡтан тора. Күҙҙәре 1—2 пар, баш‑күкрәктең ян‑яғында урынлашҡан (ҡайһы берҙәренеке булмай). Хелицерҙары ҡыҫҡыс рәүешле, педипальпалары (аяҡ‑һәрмәүестәр) ҙур, ҡыҫҡыслы. Йөрөү аяҡтары 4 пар, тырнаҡтары һәм имгестәре була. Трахеялары ҡорһағының 2—3‑сө сегментында асыла. Айырым енеслеләр. Аталандырылған йомортҡаларын ҡорһаҡтағы үрсеү камераһына һала, унда төләүҙән һуң оло затҡа оҡшаш протонимфаға, тағы 3 тапҡыр төләгәндән һуң оло затҡа әйләнеүсе ҡарышлауыҡтар сыға. 2—3 йыл йәшәй, енси яҡтан йәшәүенең 2‑се йылына өлгөрә. Ваҡ талпандар һәм бөжәктәр менән туҡлана. Диаметры бер нисә мм булған оя яһай. Урман үләндәре түшәмәһендә, ҡайыр, таш аҫтында, умыртҡалыларҙың ояларында һәм өңдәрендә, торлаҡтарҙа, китап һаҡлау урындарында йәшәй. Зарарлы бөжәктәр һанын көйләүҙә ҡатнашыуы менән файҙалы.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Илл.: Китап ялған саяны (Chelifer cancroides)

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.09.2022