Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЫШЫ

Просмотров: 1083

МЫШЫ (Alces alces), ҡуш тояҡлылар отрядының боландар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 3 м тиклем, мундаһының бейеклеге 180 см, массаһы 400 кг тиклем. Төҫө ҡуңыр‑һоро, өҫкө ире‑ не, ҡорһағы һәм аяҡтары аҡ төҫтә. Башы ҙур, оҙонса, көмрө танаулы, ата мышыларҙың көрәк һымаҡ тармаҡлы мөгөҙҙәре (18 үҫентегә тиклем) бар, улар дек. төшә, яңылары авг. үҫеп сыға. Морон тишектәре бер-береһенән алыҫ урынлашҡан, өҫкө ирене ҡабарынҡы, аҫҡыһы өҫтөндә һалынып тора. Ҡолаҡтары оҙон, киң, хәрәкәтсән. Муйыны ҡыҫҡа, бәләкәй генә ялы бар; ата мышыларҙың боғаҙы аҫтында тире үҫентеһе (“алҡа”) бар. Аяҡтары оҙон, тояҡтары киң. Ҡойроғо ҡыҫҡа. Полигам. Инә мышы енси яҡтан — 16—17 айҙа, ата мышы 18 айҙа өлгөрә. 1—2 бала тыуҙыра. 20 йылға тиклем йәшәй. Тәүлек әйләнәһенә әүҙем. Ағас һәм ҡыуаҡлыҡтарҙың үҫентеләре, япраҡтары, ҡабығы, үләндәр, бәшмәктәр м‑н туҡлана. Таллыҡтар үҫкән һаҙлы участкалы ҡатнаш урмандарҙа, үҫеп килгән ҡырҡындыларҙа осрай. БР‑ҙың бөтә терр‑яһында таралған. Һунар объекты.

Л.А.Едрёнкина

Тәрж. Г.А.Миһранова


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 25.07.2023