Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҠСАБАН, ҡош

Просмотров: 826

АҠСАБАН (Mergus albellus), ҡаҙ һымаҡтар отрядының өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 38—44 см, ауырлығы 500—800 г, ҡанаттарының ҡоласы 55—69 см. Инә һәм ата А. (йәш ҡоштар һәм төләгәндән һуң) башлыса һоро, һорғолт аҡ ҡорһаҡлы, көрән башлы. Яҙын ата ҡоштарҙың ҡауырһын ҡапламы башлыса аҡ төҫтә, арҡаһы ҡара, ҡанаттары, башы һәм муйыны ҡара биҙәкле. А. суҡышы ҡыҫҡа. Аяҡтары һоро. Моногам. Ағас ҡыуыштарында һәм тамырҙары аҫтында, ҡайһы ваҡыт таш араларында оя ҡора, мамыҡ түшәй. 5—11, йышыраҡ 6—9 аҡ йәки һарғылт йомортҡа һала. Инә ҡош яҡынса 30 көн баҫа. Көндөҙгө ҡош. Башлыса һыуҙа йәшәүсе умыртҡаһыҙҙар, һирәкләп балыҡ менән туҡлана. Урман күлдәрендә һәм йылғаларында йәшәй. БР‑ҙа Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы, һирәкләп Башҡортостандың Урал алды һәм Урал аръяғы йылғаларында оялай.

Ә.Ф.Мәмәтов, М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 31.10.2022