Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӘЛМӘРЙЕНДӘР

Просмотров: 1361

ТӘЛМӘРЙЕНДӘР (Rana), ҡойроҡһоҙ ер‑һыу хайуандары заты. 220‑нән ашыу төрө билдәле. Евразияла, Төньяҡ һәм Үҙәк Америкала, Африкала, Австралия һәм Көньяҡ Американың төньяғында таралған. БР‑ҙа 4 төрө бар. Һоро Т. (осло моронло Т. һәм үлән Т.) ҡара төҫтәге сикә табы бар, йәшел Т. (күл Т. һәм быуа Т.) тапһыҙ. Кәүҙә оҙонлоғо 7—17 см. Тиреһе шыма йәки ҙур булмаған төйөрсөктәре бар. Башы киң, яҫы, ҙур күҙле. Осло моронло Т. арҡаһы һоро төҫтә, ҡара таплы һәм төрткөлө (яҙын ата Т. көмөш‑күк төҫтә), күл Т. йәшел йәки ҡуйы һоро, ҡуйы йәшел таплы, быуа Т. — сағыу йәшел йәки һоро, асыҡ төҫтәге һыҙаты һәм таптары бар. Үлән Т. арҡаһы һоронан алып ҡуйы көрән төҫкә тиклем, арҡаһында һәм ян‑яғында ҡара төҫтәге таптар урынлашҡан (ҡауышыу осоронда ата Т. тамағы күкһел төҫтә була). Т. ҡорһағы аҡ йәки һарғылт төҫтә. Ата Т. алғы ослоҡтарының баш бармағында ҡарығыу сөйәлдәре, ауыҙ ситтәрендә — парлы тышҡы (күл Т. һәм быуа Т.) йәки эске (үлән Т. һәм осло моронло Т.) резонаторҙары бар. Енси яҡтан 3 йылда өлгөрә. 11—12 йылға тиклем йәшәй. Май—июндә төйөр булып йәбешкән ыуылдырыҡтарын, ғәҙәттә, аҡмаған һыу ятҡылыҡтарының төбөнә йәки үҫемлектәргә һала. Төндә һәм эңерҙә, йәшел Т. көндөҙ ҙә әүҙем. Үлән һәм күл Т. туңмаған һыу ятҡылыҡтарының төбөндә, осло моронло һәм быуа Т. — ҡоро ерҙә (япраҡ өйөмдәрендә, кимереүселәрҙең өңөндә, соҡорҙарҙа) ҡышлай. Бөжәктәр, үрмәкселәр, моллюскылар һ.б., сүмесбаштары — ылымыҡтар, иң ябайҙар м‑н туҡлана. Дымлы болондарҙа, урмандарҙа, һаҙлыҡтарҙа, һыу ятҡылыҡтарының ярҙарында йәшәй. Күл һәм осло моронло Т. респ. бөтә терр‑яһында таралған, быуа һәм үлән Т. һирәкләп Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында осрай. Т. серәкәйҙәрҙең, күгәүендәрҙең һ.б. һанын көйләй, улар м‑н балыҡтар, ҡоштар һәм имеҙеүселәр туҡлана. Т. — лаборатор хайуандар. Быуа һәм үлән Т. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

В.Ф.Хәбибуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019