Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАҪМА ҠОРТТАР

Просмотров: 929

ТАҪМА ҠОРТТАР, ц е с т о д а л а р (Cestoda), яҫы ҡорттар класы. 3 меңдән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Умыртҡалыларҙың аш һеңдереү юлы паразиттары. БР‑ҙа яҡынса 140 төрө табылған. Кәүҙәһе таҫма һымаҡ, оҙонлоғо 0,5 см алып (иргәйел цепене, эхинококк) 5 м, ҡайһы берҙә 10 м тиклем (һыйыр малы цепене, киң таҫма селәү). Эсәктәрҙең лайлалы тиресәһенә йәбешер өсөн имгестәре һәм томшоҡсаһы булған баштан (сколекс), муйындан (үҫеү зонаһы) һәм быуынтыҡтарҙан (стробилдарҙан) тора. Т.ҡ. ҡан тамырҙары, тын алыу һәм аш һеңдереү системалары юҡ, аш һеңдереү кәүҙәһенең өҫкө йөҙө аша тормошҡа ашырыла. Гермафродиттар, һәр бер быуынтығында ата һәм инә енси ағзалар формалаша. Аталанғандан һуң аналыҡ күп һанлы йомортҡалар м‑н тула (һыйыр малы цепене йылына яҡынса 600 млн йомортҡа бүлеп сығара). Йомортҡаларында (аналыҡта, ҡайһы берҙәрҙә — тышҡы мөхиттә) 3 пар ырғаҡлы ҡарышлауыҡ (онкосфера йәки корацидий) үҫешә. Хужаларҙы алмаштырып йәшәй (иргәйел цепененән тыш). Цепендәр отрядына ҡараған Т.ҡ. ғәҙәттә 1 аралаш хужаһы бар — умыртҡаһыҙ, һирәгерәк умыртҡалы хайуан. Аҙаҡҡы хужаһының эсәгенән йомортҡа м‑н тулған һуңғы быуынтыҡ һәм аналыҡ тышҡы мөхиткә сығарып ташланыла, ул стробилдан айырыла. Таҫмалар отрядына ҡараған Т.ҡ. 2 аралаш хужаһы була. Өлгөргән быуынтыҡтар аҙаҡҡы хужаның эсәк ҡыуышлығына фекалийҙар м‑н һыуға эләгә алған йомортҡалар бүлеп сығара. Ирекле йөҙөп йөрөгән ҡарышлауыҡтары (корацидиялары) 1‑се аралаш хужа (циклоп) тарафынан йотола һәм уларҙан процеркоид ҡарышлауыҡтары формалаша. Циклоптарҙы балыҡтар ашай (2‑се аралаш хужа), уларҙың тәнендә процеркоидтарҙан плероцеркоид ҡарышлауыҡтары үҫеп сыға. Аҙаҡҡы хужаға (умыртҡалы хайуан йәки кеше) зарарланған балыҡтарҙы (алабуға, суртан, һыла) ашағанда йоға. Кешелә гименолепидидоз, тениидоз, эхинококкоз, малда мониезиоз, ценуроз һ.б., ҡаҙҙарҙа дрепанидотениоз, балыҡтарҙа лигулёз һ.б. ауырыуҙар тыуҙыра.

Әҙәб.: Ветеринарная гельминтология //Паразитология и инвазионные болезни сельскохозяйственных животных /М.Ш.Акбаев [и др.]. М., 2000.

М.Ғ.Баянов

Тәрж. Г.А.Миһранова  

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: