Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺӨМБАШ ҺЫМАҠТАР

Просмотров: 690

ҺӨМБАШ ҺЫМАҠТАР (Salmoniformes), һөйәкле балыҡтар отряды. 26 ғаиләһе, 350‑нән ашыу төрө билдәле, Донъя океаны басс. субарктик, субантарктик, уртаса һәм тропик һыу­ҙарында таралған. БР‑ҙа алабалыҡтар, бәрҙеләр, һөмбаштар ғаиләһенә ҡараған 6 төрө бар. Кәүҙәһе 25—150 см оҙонлоҡта, циклоидаль тәңкә м‑н ҡапланған. Үҙәк һөлдәһе һәм баш һөйәге йыш ҡына тулыһынса һөйәкләнеп бөтмәй. Йөҙөү ҡыуығы ҡыҙыл үңәс м‑н бәйләнеш һаҡлай. Йөҙгөстәре сәнскеһеҙ. Ҡорһаҡ йөҙгөстәре ҡушар һөйәкле, ҡорһағының урта өлөшөндә урынлашҡан. Сөсө һыу, үрләүсе, диңгеҙ балыҡтары. Ваҡ умыртҡаһыҙҙар, бөжәктәр һәм уларҙың ҡарышлауыҡтары, ваҡ балыҡтар м‑н туҡлана. Күпселек төрҙәре яҙ һәм йәй көнө ыуылдырыҡ сәсә. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән европа бәрҙеһе, йылға бағыры һәм ҡыҙыл балыҡ башлыса Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының йылға һәм шишмәләрендә, алабалыҡтар (алабалыҡ, пелядь, рипус) Яҡтыкүлдә (Әбйәлил р‑ны) осрай. Ҡиммәтле кәсеп балыҡтары.

Р.Ф.Биккенин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019