Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯЛАН КӨЙГӘНӘГЕ

Просмотров: 1259

ЯЛАН КӨЙГӘНӘГЕ (Circus macrourus), ыласын һымаҡтар отрядының ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 43—53 см, ата ҡоштарҙың ауырлығы 300—500 г, инә ҡоштарҙыҡы — 370—600 г, ҡанат йәйеме 95—120 см. Ата ҡоштоң ҡауырһыны аҡһыл күк, түше, ян‑яғы, ҡорһағы аҡ төҫтә. Ҡанаттары ҡыҫҡа, ҡара осло, ҡойроғо буйлы. Инә ҡош көрән төҫтә, муйыны, боғағы, түше аҡ, һирәк осраусы эре көрәнһыу‑тоноҡ һары таптар менән сыбарланған. Күҙ тирәләй тар аҡһыл һыҙат менән уратып алынған ҡара ҡайма бар; ҡолаҡтарынан алып суҡыш аҫтынан киң ҡара һәм аҡ һыҙыҡтар (“муйынса”) үтә. Аяҡтары оҙон, һары төҫтә. Моногам. Ояһын ерҙә, ҡайһы берҙә түңгәктәрҙә ҡора, үлән түшәй. Ояла ваҡ ерәнһыу таплы аҡ йәки күкһел төҫтәге 3—7, йышыраҡ 4—5 йомортҡа була. Инә ҡош 28—30 көн эсендә баҫып сығара. Көндөҙгө йәшәү рәүеше алып бара. Бөжәктәр, ваҡ ҡоштар, кеҫәрткеләр, кимереүселәр, тәлмәрйендәр менән туҡлана. Далала йәшәй. Сысҡан һымаҡ кимереүселәрҙе юҡ итә. БР‑ҙа һирәкләп Башҡортостандың Урал алдында, Башҡортостандың Урал аръяғында, Йылайыр яйлаһында осрай. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 24.10.2022