Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫҘЫЛ КҮБӘЛӘК

Просмотров: 931

ҠЫҘЫЛ КҮБӘЛӘК (Callimorpha quadripunctaria), күбәләктәр отрядының ҡыҙыл күбәләктәр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Европала (төньяҡ райондарынан башҡа), Кавказда, ш. уҡ Иранда, Сүриәлә, Төркиәлә таралған. Ҡанаттарының ҡоласы 5—5,5 см, алғы ҡанаттары ҡара, аҡ һыҙатлы, артҡылары сағыу ҡыҙыл, шәмәхә ҡара йомро таптары бар. Инә күбәләк үлән һәм ағастарға аҡ төҫтәге йомро йомортҡа һала. Ҡарышлауығы ҡуйы төк менән ҡапланған. БР шарттарында  йылына  1 быуын үҫә. Ҡарышлауығы ҡышлай. Күбәләктең осоп сығыу ваҡыты июль аҙағы — августта, көндөҙ әүҙем. Күбәләге — сәскә нектары, ҡарышлауығы кесерткән, клевер, ҡурай еләге, юл япрағы һ.б. үҫемлектәр менән туҡлана. Аҙ һанлы төр, БР‑ҙың урманлы һәм урман‑далалы райондарында осрай.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 29.09.2022