Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘЛДӘК

Просмотров: 1435

ЙӘЛДӘК, елдәк, й ә л д ә т, башҡ. ҡәбиләһе. Ырыу составы: бүре‑Й., ҡыр-Й., өфө‑Й. Тамғалары — . Этник яҡтан Үҙәк Азия һәм Алтайҙың монгол һәм төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. 13—14 бб. ҡәбилә Ағиҙел й. һул яры буйлап урынлашып, ҡыпсаҡ ҡәбиләһе йоғонтоһон кисерә. 15—16 бб. йәлдәктәрҙең бер өлөшө төньяҡҡа Тере Танып й. һул яры буйлап, артабан Өфө й. урта ағымына күсенә һәм йылан, ҡаңлы, таҙ, ун ҡәбиләләре м‑н күрше була. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре (ҡара: Аҫабалыҡ) Ҡазан даруғаһы һәм Себер даруғаһының Йәлдәк улусын тәшкил итә. 18—19 бб. аҙ. Й. йәшәгән ерҙәр Бәләбәй өйәҙе һәм Бөрө өйәҙенә, идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, 5‑се (10‑сы, 11‑се) һәм 10‑сы (12‑се, 13‑сө) башҡ. кантондарына (1798—1854 йй.) инә. Ырыу биләгән терр‑я хәҙер Борай, Бүздәк, Дүртөйлө, Илеш, Ҡариҙел һәм Саҡмағош р‑ндарына ҡарай.

Әҙәб.: Йылан мәҡ. ҡарағыҙ.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019