Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТИРЕ ҠУҢЫҘҘАРЫ

Просмотров: 931

ТИРЕ ҠУҢЫҘҘАРЫ (Dermestidae), ҡаты ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе. Яҡынса 800 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа яҡынса 20 төрө бар: келәм Т.ҡ., һаҫығүлән Т.ҡ., сыбар Т.ҡ. һәм башҡалар. Кәүҙәһе цилиндр формаһында йәки овал, оҙонлоғо 2—12 мм. Төҫө ҡарағусҡыл көрән йәки ҡара, ғәҙәттә сыбар һүрәтле. Ҡанаттары өҫтөндә нәҙек бураҙна бар. Башы ҙур түгел, күкрәк алдына инеп тора. Мыйыҡсалары ҡыҫҡа, суҡмар формаһында. Арҡаһының алғы өлөшө ҡабарынҡы. Аяҡтары 5 быуынтыҡлы. Йомортҡалары һөт кеүек аҡ төҫтә, аҙаҡтан һарғая, оҙонлоғо 0,27—2,1 мм; Т.ҡ. туҡланған субстратҡа йәки ярыҡтарға һалына. Ҡарышлауыҡтары хәрәкәтсән, оҙонлоғо 1,5—17 мм, хитинлашҡан, ҡойроҡ барлыҡҡа килтергән оҙон төктәре бар. Ҡурсаҡтарының оҙонлоғо 1,4—12 мм. Ҡабыҡ аҫтарында, ағас ҡыуыштарында миҙгел эсендә 2 һәм артығыраҡ быуын үрсей. Ҡуңыҙҙар — көндөҙ (ҡайһы берҙәре эңерҙә), ҡарышлауыҡтары тәүлек әйләнәһенә әүҙем. Йәшерен йәшәү рәүеше алып бара. Умыртҡаһыҙҙарҙың мәйете һәм үҫемлек (ш. иҫ. һеркә менән) аҙығы менән туҡлана. Кеше йәшәгән урындар янында, урмандарҙа йәшәй. Күп төрҙәре (ит Т.ҡ., мех Т.ҡ. һ.б.) тирене, йөндө, ҡайһы берҙәре (музей Т.ҡ.) зоологик коллекцияларҙы, гербарийҙарҙы зарарлай. Капр ҡуңыҙы — иген культураларының ҡоротҡосо.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.09.2022