ӨЙРӨЛМӘКТӘР
ӨЙРӨЛМӘКТӘР (Rotatoria), умыртҡаһыҙҙар тибы. Бөтә Ер шарында таралған. Бер нисә отряды, яҡынса 2 мең төрө билдәле, Башҡортостанда яҡынса 100 төрө бар. Кәүҙәһе башлыса оҙонса (оҙонлоғо 0,04—2,3 мм), баштан, кәүҙәнән һәм аяҡтан (ҡайһы берҙә редукцияға бирелгән) тора. Башында — аҙыҡ табыу һәм хәрәкәт итеү өсөн хеҙмәт иткән өйөрөлмәк аппарат (2 керпек тажынан тора) бар. Күп Ө. панцирлы. Тән ҡыуышлығында мускулдар, аш һеңдереү, бүлеп сығарыу, нервы һәм енес системалары урынлашҡан. Аяғында цемент биҙҙәре булған сәтәше бар, ул хәрәкәт итеү һәм субстратҡа йәбешеү ағзаһы булып тора. Айырым енесле хайуан (ата заттар ваҡ). Йомортҡа һала, һирәгерәк бала тыуҙыра. Ҡайһы бер Ө. бер енесле үрсеү юлын ике енесле м‑н берләштереү хас булһа, икенселәре тик бер енесле юл м‑н генә үрсей. Башлыса һыу хайуаны; бер күҙәнәкле ылымыҡтар, микроорганизмдар м‑н туҡлана. Һыу ятҡылыҡтарының үҙ аллы таҙарыу процестарында ҡатнаша.
В.А.Книсс
Тәрж. Г.А.Миһранова