Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘНСКЕБАШ СЕЛӘҮСЕНДӘР

Просмотров: 1134

СӘНСКЕБАШ СЕЛӘҮСЕНДӘР, с у с ҡ а с е л ә ү с е н д ә р е, а к а н т о ц е ф а л д а р (Acanthocephales), умыртҡаһыҙҙар тибы. Сусҡа селәүсендәре класына ҡараған яҡынса 500 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа 14 төрө табылған. С.с. — паразиттар. Кәүҙәһе муҡса рәүешле, оҙонлоғо 0,5—65 см. Кутикулаһы аҫтында гиподерманың ҡалын ҡатламы бар. Кәүҙәһенең алғы осо хужа эсәгенең лайлалы тиресәһенә беркетелеү өсөн ырғаҡлы һурҙыртҡыс томшоҡло. Мускулдары ҡуласалы һәм буй. Эсәге редукцияға бирелгән (осмотроф туҡланыу). Нервылар системаһы мейе төйөнөнән һәм унан сыҡҡан нервыларҙан тора. Айырым енесле, йомортҡа һалыу юлы м‑н үрсей. Төп хужаның фекалий´ары м‑н сыҡҡан йомортҡаларҙы ваҡытлы хужалар (бөжәктәр, ҡыҫала һымаҡтар һ.б.) йота, уларҙың тәнендә ҡарышлауыҡтар — акантеллалар барлыҡҡа килә. Умыртҡалылар ваҡытлы хужаларҙы йотҡанда зарарлана. БР‑ҙа Polymorphus magnus, Polymorphus minutus (ҡош паразиттары), Neoechinorhynchus rutili, Pseudoechinorhynchus clavula (балыҡ паразиттары) ябай төрҙәре осрай. Акантоцефалёз (мәҫ., өйрәк полиморфозы) ауырыуын тыуҙыралар.

М.Ғ.Баянов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019