Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӘРЛӘ ТУРҒАЙ

Просмотров: 764

КӘРЛӘ ТУРҒАЙ (Regulus regulus), турғай һымаҡтар отрядының кәрлә турғайҙар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 9—11 см, ауырлығы 4—8 г. Ҡауырһын ҡапламы өҫ яҡтан һарғылт йәшел, аҫ яҡтан аҡһыл һоро. Башы ҙур, түбәһендә ян-яҡтан ҡара төҫтәге ҡайма менән уратылған буй һыҙат (ата ҡоштарҙа — ҡыҙғылт һары, инә ҡоштарҙа һары төҫтә) бар. Ҡанаты ҡыҫҡа, тар, 2 асыҡ төҫтәге арҡыры һыҙатлы. Ҡойроғо ҡыҫҡа. Моногам. Ояһы (диаметры 8—10 см) элмәле, йомро формала, нәҙек ботаҡтарҙан ылыҫлы ағаста (6—8 м бейеклектә) ҡора; ояһын мүк, лишайниктар менән тышлай, эсенә мамыҡ, йөн, ҡауырһын, ҡайын туҙы түшәй. 6—12 (йышыраҡ 8—10) асыҡ көрән таплы аҡ йомортҡа һала. Инә ҡош 14—17 көн баҫа. Көндөҙгө ҡош. Бөжәктәр, үрмәкселәр, ылыҫлы ағастарҙың орлоҡтары менән туҡлана. Ҡатнаш һәм шыршы урмандарында тереклек итә. БР‑ҙа урман һәм урман-дала зоналарында осрай.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 01.11.2022