Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОРАЛАЙ

Просмотров: 1046

ҠОРАЛАЙ, ҡ ы р к ә з ә һ е (Capreolus capreolus), ҡуш тояҡлылар отрядының боландар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияның башлыса уртаса бүлкәтендә таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 150 см тиклем, ауырлығы 60 кг тиклем, инә зат вағыраҡ. Төҫө йәйен ерән, ҡышын һоро. Башы бәләкәй, ата Ҡ. тар‑ маҡлы мөгөҙлө (3—4 тармаҡ). Ҡолаҡтары осло. Муйыны оҙон. Аяғы нәҙек, оҙон; урта бармағының тояғы тар, осло, ситкеләре бәләкәй, бейек урынлашҡан. Ҡойроғо ҡыҫҡа, ҡойроҡ төбөндәге аҡ йөн һарғылт аҡ тап барлыҡҡа килтерә. Полигам. Енси яҡтан инә зат — 3, ата зат 3— 4 йылда өлгөрә. Ғәҙәттә 2 тимгелле быҙау тыуҙыра. 11—12 йыл йәшәй. Үлән, сәтләүек, еләк, япраҡ, бәшмәк һ.б. м‑н туҡлана. Ҡатнаш һәм киң япраҡлы урманда, аҡланда, йылға һәм күл буйында йәшәй. БР‑ҙа башлыса урман‑дала зонаһында осрай. Һунарсылыҡ объекты.

Л.А.Едрёнкина

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019