Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕҘ ҠУҢЫҘ

Просмотров: 942

ЕҘ ҠУҢЫҘ (Calosoma sycophanta), бызылдауыҡтар ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Урта һәм Көньяҡ Европанан, Кавказдан алып Монголияға тиклем һәм Төньяҡ Африкала таралған. Тәне ялпаҡ, 24—35 мм оҙонлоҡта (инә бөжәктәр ҙурыраҡ). Төҫө металл ялтырауыҡлы ҡара күк. Башы шыма, шәмәхә төҫөндә, уртаса ҙурлыҡта, алғы арҡаһы йөрәк рәүешендә, ауыҙ аппараты кимереүсе. Мыйығы бәләкәй, еп һымаҡ. Өҫкө ҡанаты киң, ҡырлы, алтынһыу йәшел төҫтә, ян‑яҡ ситтәре тура. Ҡанаты үҫешкән. Аяғы оҙон, йүгереү һәм ағас олондары буйлап йөрөү өсөн тәпәйҙәренең осонда ырғаҡ бар. Балағорттары ҡара, 1—2 ай үҫә. Йәш ҡуңыҙҙар май—июндә сыға. Тупраҡта йәки урман түшәмәһендә ҡышлай. Көндөҙ әүҙем. Өлкән бөжәктәр һәм балағорттар күбәләктәрҙең, ш. иҫ. парһыҙ ебәк күбәләгенең, һ.б. урман ҡоротҡостарының ҡарышлауыҡтары һәм ҡурсаҡтары менән туҡлана. БР‑ҙа урман-дала һәм дала имәнлектәрендә, ҡатнаш һәм киң япраҡлы урмандарҙа осрай. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.09.2022
Связанные статьи: