ЗАБЛУДА Григорий Васильевич
ЗАБЛУДА Григорий Васильевич (20.8.1902, Екатеринослав губернаһы Семёновка а. — 23.1.1994, Өфө ҡ.), үҫемлектәр физиологы. Биология фәндәре докторы (1943), профессор (1944). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1972). Кривой Рог иген культуралары институтының Верхнеднепровск ауыл хужалығы техникумын тамамлағандан һуң (Украина ССР‑ы Эрастовка ҡсб, 1927) шунда уҡ, 1931 й. алып Томск университетында эшләй; 1935 й. башлап Сыуаш ауыл хужалығы институтының (Чебоксар ҡ.) үҫемлектәр физиологияһы һәм ботаника кафедраһы мөдире, 1940 й. — Урал дәүләт университетының (Свердловск ҡ.) фәнни эштәр буйынса проректоры, бер үк ваҡытта биология факультеты деканы һәм үҫемлектәр физиологияһы кафедраһы мөдире. 1958 й. алып БДУ‑ның фәнни эштәр буйынса проректоры, бер үк ваҡытта үҫемлектәр физиологияһы кафедраһы мөдире, 1973—78 йй. БАХИ‑ла уҡыта, бер үк ваҡытта Биология институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Фәнни эшмәкәрлеге ҡыяҡлылар морфогенезын, иген культураларының ҡоролоҡҡа сыҙамлы булыуын өйрәнеүгә арналған. З. тарафынан арпа, бойҙай, һоло үҫешенең төрлө фазаларында уларҙың ҡоролоҡҡа сыҙамлылығы үҙгәреүе асыҡланған, уларҙы ҡоролоҡтан һаҡлау буйынса тәҡдимдәр эшләнгән. “Почёт Билдәһе” ордены менән бүләкләнгән (1945).
Хеҙм.: Засухоустойчивость хлебных злаков в разные фазы их развития. Свердловск, 1948.
Тәрж. Г.А.Миһранова