Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗАҺИРОВ Наил Хәйбулла улы

Просмотров: 1447

ЗАҺИРОВ Наил Хәйбулла улы [20.11.1925, БАССР‑ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Ураҙ а. (БР‑ҙың Учалы районы) — 27.9.2014, Красноярск ҡ.], тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1970), профессор (1971). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1982), СССР‑ҙың төҫлө металлургия отличнигы (1970, 1978). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү төҫлө металдар һәм алтын институтын тамамлағандан һуң (1950) шунда уҡ эшләй (1955 й. алып бүлек мөдире). 1958 й. башлап Красноярск төҫлө металдар институтында: 1959 й. — уҡыу‑уҡытыу һәм фәнни эштәр буйынса проректор, 1962—94 йй. мәғдән һәм һибелмә ятҡылыҡтарҙы үҙләштереү кафедраһы мөдире. 2006 й. алып Себер федераль университетында (Красноярск ҡ.). Фәнни эшмәкәрлеге ятҡылыҡтарҙы ер аҫтында эшкәрткәндә мәғдән табыу өсөн юғары һөҙөмтәле технологиялар индереүгә бәйле. Ресурстарҙы һаҡсыл тотоноу һәм экологик хәүефһеҙ технологияларҙы ҡулланып мәғдән ятҡылыҡтарын үҙләштереү буйынса фәнни йүнәлешкә нигеҙ һалыусы. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Ҡыҙыл Йондоҙ (1967), “Почёт Билдәһе” (1961) ордендары менән бүләкләнгән.

  Х е ҙ м.: Роль систем разработки в комплексном освоении недр //Актуальные вопросы разработки и обогащения руд: сб. науч. тр. М., 1990.

Ф.К.Заһирова

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.11.2022
Связанные темы рубрикатора: