Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАБЫҘЫУ СИСТЕМАҺЫ

Просмотров: 1374

ҠАБЫҘЫУ СИСТЕМАҺЫ, төрлө типтағы һәм тәғәйенләнештәге двигателдәрҙә яныусы ҡатышмаларҙың тоҡаныуын тәьмин итеүсе ҡоролма. Ҡабыҙыу агрегатынан һәм шәмдән тора. Яныусы ҡатышмаларҙы тоҡандырыу ысулы б‑са электр һәм электр булмаған; традицион Ҡ.с. шәмдәрҙә электр осҡондарын барлыҡҡа килтереү өсөн файҙаланылған энергия туплағысының төрө б‑са индуктив (энергия индукция катушкаһы йәки трансформаторҙың магнит ҡырында туплана) һәм һыйышлы (энергия конденсаторҙың электр ҡырында туплана); сығарыу көсөргәнешенең кимәле б‑са — юғары һәм түбән вольтлыларға бүленәләр. Традицион электр Ҡ.с. тыш ҡыҙҙырыулы, плазмалы, лазерлы (осоу аппараттары двигателдәрендә) системалар файҙаланыла. Электрһыҙ Ҡ.с. яныусы ҡатышмалар ялҡын, пиротехника, каталитик ысул, үҙенән-үҙе янып китеүсән йәки тиҙ тоҡаныусан матдәләр файҙаланып тоҡандырылған системалар ҡарай. Газ турбиналы двигателдәрҙә Ҡ.с. ҡатышманы эшләтеп ебәргән ваҡытта, эске яныулы двигателдәрҙә — эш ваҡытында тоҡандыра. Эске яныулы двигателдәрҙең Ҡ.с. төп төрҙәренә ток сығанағы булыуын талап итмәгән үҙ аллы (магнетлы) һәм батареялы (улар индукциялы һәм һыйышлыларға, механик өҙгөсө булған контактлыларға, электронлы контактлыларға һәм контактһыҙҙарға бүленә) системалар инә. Газ турбиналы двигателдәрҙә осҡонло шәме булған юғары вольтлы индуктив, эрозион шәме булған түбән вольтлы индуктив, ярым үткәргесле шәме булған түбән һәм юғары вольт һыйышлы Ҡ.с. ҡулланыла.

Газ турбиналы двигателдәрҙең Ҡ.с. тикшереү һәм эшләү Башҡортостанда 20 б. 50‑се йй. башлап “Молния” ҒПП‑нда (Ю.И.Дмитриев, Е.Т.Богомолов, В.Ф.Гражданкин, Анат.Н.Дегтярёв, В.В.Чистяков, Е.В.Распопов), 70‑се йй. уртаһынан Авиация техник университетының осоу аппараттары һәм ер өҫтө транспортының электр ҡорамалдары каф. (Ф.А.Ғиззәтуллин, И.М. Хомяков) алып барыла. Газ турбиналы двигателдәр, газ ҡыуғыс һәм энергия ҡулайламалары өсөн Ҡ.с. Рәсәйҙәге төп етештереүсеһе булып “Молния” ҒПП иҫәпләнә. Төрлө тәғәйенләнештәге Ҡ.с. һәм уларҙың элементтары ш. уҡ Өфө агрегат производство берекмәһендә сығарыла.

Әҙәб.: Г и з з а т у л л и н Ф.А. Системы зажигания двигателей летательных аппаратов. Уфа, 1998; ш у л у ҡ. Ёмкостные системы зажигания. Уфа, 2002. 

Ф.А.Ғиззәтуллин, А.В.Краснов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: