Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗАГС

Просмотров: 1223

ЗАГС, гражданлыҡ хәле акттарын теркәү, хоҡуҡтарҙың һәм бурыстарҙың барлыҡҡа килеүен, үҙгәреүен йәки туҡтатылыуын билдәләгән, ш. уҡ граждандарҙың хоҡуҡи хәлен күрһәткән гражданлыҡ хәле акттары т‑дағы яҙма мәғлүмәттәр (тыуым, үлем, никахты теркәү һәм өҙөү, уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа алыу, атай булыуҙы асыҡлау, исемде, фамилияны, атай исемен алмаштырыу һ.б. факттар). Рәсәйҙә гражданлыҡ хәле акттарын теркәү 1722 й. индерелә. 18—19 бб. яҙмалар мәсет һәм сиркәүҙәрҙең метрика кенәгәләрендә теркәлгән. Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның һәм ХКС-тың “Гражданлыҡ никахы, балалар тураһында һәм хәлдәр акттары кенәгәләрен индереү тураһында” декреты ҡабул ителгәндән һуң (1917), метрика кенәгәләре алып барыу һәм артабан һаҡлау өсөн ҡала, өйәҙ һәм улус идараларына тапшырыла. РСФСР Юстиция ХК‑ның «“Сиркәүҙе дәүләттән һәм мәктәпте сиркәүҙән айырыу тураһында” декретты тормошҡа ашырыу тәртибе тураһында”ғы» (1918) ҡарары м‑н метрика кенәгәләре З. губерна, ҡала һәм улус бүлектәре йәки нотариаттар ҡарамағына тапшырыла. 1919 й. аҙағында З. бүлектәре өйәҙ һәм улус башҡарма ком‑ттарының бүлексәләре, 1923 й. урындағы эске эштәр органдары эргәһендәге З. өҫтәлдәре итеп үҙгәртелә. 1920 й. граждандарҙы теркәү идаралығы ойошторола (1924 й. алып БАССР Эске эштәр ХК‑ның адм.‑ойоштороу идаралығы составында З. бүлеге). 1930 й. административ райондар барлыҡҡа килгәс, район башҡарма ком‑ттары һәм ауыл советтары эргәһендә З. бүлектәре булдырыла; БАССР Эске эштәр ХК‑ның адм.‑ойоштороу идаралығы БАССР ХКС‑ының З. бүлеге итеп үҙгәртелә. 1994 й. З. бүлеге БР МКның З. идаралығы итеп үҙгәртелә (2004 й. БР Юстиция министрлығының З. идаралығы, 2010 й. БР‑ҙың З. идаралығы). 1994 й. башлап акттар т‑дағы яҙмалар урындағы хакимиәт, ауылдарҙа һәм ҡасабаларҙа ауыл һәм ҡасаба хакимиәттәре ҡарамағындағы ҡала һәм район З. бюролары, 2006 й. алып Респ. З. идаралығының терр. бүлектәре тарафынан башҡарыла. 2011 й. теркәлгән акттар: тыуым т‑да — 56310, үлем т‑да — 54558, никах теркәү — 38186, никахты өҙөү — 17974, атайлыҡты асыҡлау — 8165, уллыҡҡа алыу — 466, исемде алмаштырыу т‑да — 2044. Шулай уҡ ҡара: Рәүиз мәғлүмәттәре, Халыҡ иҫәбен алыу, Халыҡ һанының ғәмәли үҙгәреше.

Д.М.Исхаҡов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019