Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИБРАҺИМОВ Ринат Исмәғил улы

Просмотров: 1121

ИБРАҺИМОВ Ринат Исмәғил улы (1.8.1956, БАССР‑ҙың Миәкә районы Зәйпекүл а. — 21.8.2018, Өфө ҡ.), биохимик. Биология фәндәре докторы (1999), профессор (2001). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2012), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2009). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) Биохимия һәм цитохимия бүлегендә (өҙөклөк менән), 1983—87 йй. Биология институтында эшләй. 1989 й. алып БДУ‑ла: 2000—17 йй. биохимия һәм биотехнологиялар кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2001—13 йй. — биология факультеты деканы. Фәнни эшмәкәрлеге үҫемлектәрҙең мөхиттең насар факторҙары тәьҫиренә сыҙамлылығының физиологик-биохимик механизмдарын өйрәнеүгә арналған. И. культуралы үҫемлектәрҙең микроорганизмдар һәм ҡоротҡос бөжәктәр тәьҫиренә сыҙамлылығы формалашҡанда гидролитик ферменттарҙың, уларҙың аҡһым ингибиторҙарының ролен асыҡлай.

Хеҙм.: Клеточные механизмы формирования устойчивости растений к грибным патогенам. Уфа, 2006 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.09.2022