Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИШБИРҘИН Айрат Рим улы

Просмотров: 1420

ИШБИРҘИН Айрат Рим улы [25.4.1958, БАССР‑ҙың Йомағужа районы Ялсы а. (БР‑ҙың Күгәрсен районы)], ботаник. Биология фәндәре докторы (2001), профессор (2003). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1981) Күгәрсен районы һәм Учалы ҡ. урта мәктәптәрендә, 1986 й. — БДУ‑ла уҡыта. 1989 й. алып Ботаника баҡса‑институтында эшләй, 1994 й. — Биология институтының өлкән хеҙмәткәре, 1998 й. — БДУ‑ның Сибай институтында (2000 й. алып ботаника кафедраһы мөдире), 2004 й. — БДУ‑ла (2006—19 йй. ботаника кафедраһы мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре үҫемлектәрҙе классификациялауға, популяцион биология, фитоценология, флористикаға, үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәрен һаҡлауға арналған. Уның ҡатнашлығында БР‑ҙың һәм РФ өлкәләренең сегеталь, рудераль, бейек тау һ.б. тибындағы үҫемлектәренең флористик классификацияһы төҙөлә. И. тарафынан Рәсәй һәм сиктәш илдәрҙең синантроп үҫемлектәренә классификация һәм экологик‑географик анализ үткәрелә, синантроп флораларҙың макрогеографик анализының яңы ысулы тәҡдим ителә. М.М.Ишморатова менән берлектә БР‑ҙа яңы йүнәлеш — һирәк үҫемлектәрҙең популяцион экологияһы эшләнә.

  Хеҙм.: Растительность горного массива Иремель: синтаксономия и вопросы охраны. Уфа, 1996 (авторҙ.); Тёмная лесная пчела Apis mellifera mellifera L. Республика Башкортостан. М., 2016 (авторҙ.); Методика изучения популяций редких и ресурсных видов растений на охраняемых природных территориях Республики Башкортостан. Уфа, 2020 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.08.2022