Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӘЛИМУЛЛИНА Лилиә Барый ҡыҙы

Просмотров: 1324

КӘЛИМУЛЛИНА Лилиә Барый ҡыҙы (19.10.1941, Өфө ҡ. — 16.11.2020, шунда уҡ), нейробиолог. Биология фәндәре докторы (1991), профессор (1992). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2006). Б.Ғ.Кәлимуллиндың ҡыҙы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1964) шунда уҡ эшләй. 1971—2010 йй. БДУ‑ла (1991—2010 йй. кеше һәм хайуандар морфологияһы һәм физиологияһы кафедраһы мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге мейенең баҙам рәүешле комплексының структур-функциональ ойошторолошондағы эволюцион‑морфологик һәм нейроэндокрин аспекттарҙы өйрәнеүгә, уның патологияһының төп формаларын моделләштереүгә арналған. К. тарафынан был комплекс ядроһының мейенең енси дифференциацияһы процестарында ҡатнашыуы асыҡланған.

   Хеҙм.: Миндалевидный комплекс мозга: функциональная морфология и нейроэндокринология. М., 1993; Amygdala: structure, function and sex dimorphism. Ufa, 1995.

Тәрж. Г.Миһранова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.11.2021