Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӨНБАЙЫШ ИҠТИСАДИ ТӨБӘК

Просмотров: 1088

КӨНБАЙЫШ ИҠТИСАДИ ТӨБӘК, Башҡортостан Республикаһының Баҡалы, Бишбүләк, Благовар, Бүздәк, Бәләбәй, Дүртөйлө, Дәүләкән, Илеш, Йәрмәкәй, Миәкә, Саҡмағош, Туймазы, Шаран, Әлшәй административ райондарын, Бәләбәй, Дүртөйлө, Дәүләкән, Октябрьский, Туймазы ҡҡ. берләштерә (2006). Төбәктең майҙаны 26364 км2 (БР майҙанының 18,4%‑ы). Халыҡ һаны 745,7 мең кеше (БР халҡы һанының 18,4%‑ы), ш. иҫ. ауыл халҡы — 435,5 мең кеше (төбәк халҡы һанының 58,4%‑ы). 1996—2006 йй. халыҡ һаны 1,2%‑ҡа (БР б‑са — 1,1%‑ҡа) кәмегән. Төбәктең сәнәғәт комплексы нигеҙен Туймазы—Октябрьский, Бәләбәй һәм Дәүләкән—Раевка сәнәғәт узелдары тәшкил итә, улар башлыса төбәк сәнәғәтенең тармаҡ структураһын һәм производствоһын махсуслаштырыуҙы билдәләй. К.и.т. етерлек дәрәжәлә үҫешкән һәм күп тармаҡлы хужалыҡ комплексы хас. Бында респ. фарфор-фаянс продукцияһы етештереүҙең — 100%‑ы; күн, күндән әйберҙәр, аяҡ кейеме эшләп сығарыуҙың — 24,3; металлургияның — 19,2; машиналар эшләүҙең — 19,5; целлюлоза‑ҡағыҙ, нәшриәт һәм полиграфия эшмәкәрлегенең — 15,0; аҙыҡ продукттары етештереүҙең 12,3%‑ы тупланған. Продукцияның иң мөһим төрҙәрен етештереүҙә К.и.т. респ. өлөшө: автоматик бетон бутағыстар, эшкәртеүсе тармаҡтар өсөн технологик ҡорамалдар етештереү — 100‑әр %; туҡымалар — 55,6; аяҡ кейеме — 81,2; ҡатырға — 44,4; нефть промыслаһы, быраулау, геол. разведка ҡорамалдары — 45,4; майлы сырҙар — 82,2; колбаса изделиелары — 55,8; туң май етештереү — 46,3%. Төбәк а.х. йәһәтенән респ. иң үҙләштерелгән өлөшө булып тора. А.х. файҙаланылған ауыл хужалығы ерҙәре һәм һөрөнтө ерҙәр (БР б‑са %‑тарҙа) — 26,6 һәм 30,6; һыйыр малы — 28,5; сусҡа — 26,0; һарыҡ һәм кәзәләр 25,1 тәшкил итә. Дөйөм респ. а.х. продукцияһы күләменең 28,8%‑ы етештерелә: иген — 35,9%; шәкәр сөгөлдөрө — 39,1, көнбағыш — 36,3, картуф — 24,6, йәшелсә орлоҡтары — 29,9; һөт — 28,3; йомортҡа — 20,1; йөн — 27,6%. Мал һәм ҡош ите һатыу респ. һатылғандың 26,6%‑ын тәшкил итә. Төбәк терр‑яһы буйлап Куйбышев тимер юлы (Кинәле—Өфө, Бөгөлмә—Шишмә участкалары) һәм Һамар—Өфө—Силәбе, Мәскәү—Өфө, Өфө—Яңауыл, Кушнаренко—Саҡмағош—Баҡалы һ.б. автомобиль юлдары үтә. К.и.т. соц.‑иҡт. һәм демографик хәлдең иң мөһим факторы булып халыҡтың торлаҡ м‑н сағыштырмаса яҡшы тәьмин ителеүе тора. Төбәк өлөшөнә респ. төп фондтарының яҡынса 7,6%‑ы һәм торлаҡ фондының — 19%‑ы, торлаҡ төҙөлөшөнә инвестицияларҙың 12,7%‑ы тура килә (ҡара: табл.).

Әҙәб.: Экономические подрайоны Республики Башкортостан: проблемы формирования и развития. Уфа, 1995; Западный регион Республики Башкортостан: состояние и проблемы социально‑экономического развития /М.Н.Исянбаев [и др.]. Уфа, 1999.

М.Н.Иҫәнбаев

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

БР Көнбайыш төбәгенең иҡтисади күрһәткестәре (2006)

Административ-территориаль берәмектәр

Төп фондтар*, млн һум

Торлаҡты сафҡа индереү**, дөйөм майҙандың м2

 

Оҙатылған тауар, башҡарылған эш һәм хеҙмәттәр күләме, млн һум

А.х. производствоһы,

млн һум

Райондар

 

 

 

 

Баҡалы

1348,3

12901

126

1074,6

Бишбүләк

1111,6

14761

135

1175,9

Благовар

1644,3

10500

9

1282,3

Бүздәк

1283,6

11008

56

1380,3

Бәләбәй

900,3

8932

283

1108,3

Дүртөйлө

1521,3

28338

96

1651,3

Дәүләкән

705,9

4784

 

1207,0

Илеш

1966,7

14006

74

1775,4

Йәрмәкәй

1053,5

6817

23

1026,8

Миәкә

1337,5

15478

106

1577,6

Саҡмағош

1874,3

12279

135

1951,3

Туймазы

1343,2

12271

2317

2428,8

Шаран

1302,7

8587

4

1138,1

Әлшәй

2400,7

17812

1767

1625,0

Ҡалалар

 

 

 

 

Бәләбәй

3917,0

34068

4576

105,2

Дүртөйлө

1937,3

1663

1195

108,8

Дәүләкән

742,3

11838

149

139,4

Октябрьский

4936,4

32854

4903

142,2

Туймазы

4644,0

28258

4761

283,5

Төбәк б‑са бөтәһе

35970,9

287155

20715

21181,8

БР б‑са бөтәһе

638563,7

1705073

556762

73638,9

*1.1.2007 й. төп фондтарҙың граждандар мөлкәтендә булған төп фондтарҙан тыш тулы иҫәп хаҡы

**Финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019