Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӨЙӨРГӘҘЕ РАЙОНЫ

Просмотров: 1412

КӨЙӨРГӘҘЕ РАЙОНЫ, БР‑ҙың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Фёдоровка һәм Мәләүез, көнсығышта — Күгәрсен р‑ндары, көньяҡ‑көнсығышта һәм көнбайышта Ырымбур өлк. м‑н сиктәш. 1935 й. 31 ғин. БАССР‑ҙың Мәләүез һәм Мораҡ райондарын бүлеүгә бәйле ойошторола (ҡара: Административ район). 1963 й. 1 февр. бөтөрөлә, терр‑яһы Мәләүез р‑ны составына индерелә. 1965 й. 13 ғин. Күмертау р‑ны булараҡ яңынан ойошторола, 1992 й. 17 дек. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Майҙаны — 2235 км2. Адм. үҙәге — Ермолаевка а., Өфөнән көньяҡҡа табан 247 км алыҫлыҡта ята. Халҡы (мең кеше): 1939 й. – 44,5; 1959 — 36,1; 1989 – 23,3; 2002 – 25,6; 2010 – 25,1. Милли составы (2002): башҡорттар – 42,6%, урыҫтар – 32,7%, татарҙар – 14,6%, сыуаштар — 7,3%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 11,2 кеше/км2. Районда 12 ауыл советы, 84 ауыл торама пункты бар, иң ҙурҙары: Ермолаевка (7,1 мең кеше), Яңы Мораптал (1,3 мең) ауылдары. Район сиктәрендә Күмертау ҡ. урынлашҡан.

Район терр‑яһы Дөйөм Һырттың төньяҡ армыттарында ята. Һайылмыш уйпатлығы һәм Мораҡ депрессияһы сиктәрендә урынлашҡан. Район терр‑яһында гипс (Разномойка, Санйын), ҡом‑ҡырсын ҡатнашмаһы (Бөгөлсән‑II), ҡом (Санйын), балсыҡ (Алексеевка, Завод, Яңы Михайловка), газ‑нефть (Күмертау, Маячный, Мораптал), нефть ятҡылыҡтары (Белоглинка), күмер (Ворошиловский), ер аҫты һыуҙары (Ира, Ҡансыра, Маячный) ятҡылыҡтары бар. Климаты уртаса континенталь, йылы, ярым ҡоро. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы — 3°C, ғин. уртаса т‑ра — -14,5°С, июлдә — 19,5°С. Абс. макс. т‑ра — 37,5°С, абс. миним. т‑ра — -41,1°C. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары — 500—550 мм, йылы осорҙа — 350 мм. Гидрографик селтәрҙе Керәүле һәм Мәләүез ҡушылдыҡтары м‑н Ағиҙел й.; Кесе Юшатыр, Ҡаҙлайыр, Ҡунаҡбай, Ҡуяныш, Туғыҙтимер ҡушылдыҡтары м‑н Оло Юшатыр й.; Кесе Көйөргәҙе, Шайтан, Ыҫмайыл ҡушылдыҡтары м‑н Оло Көйөргәҙе й. барлыҡҡа килтерә. 20‑нән ашыу быуа һәм күл урынлашҡан. Йыуылған һәм типик ҡара тупраҡ, көньяҡта — туғай тупрағы, ҡалҡыу урындарҙа һоро урман тупрағы өҫтөнлөк итә. Болонло далалар таралған. Ҡайын һәм уҫаҡ ҡатыш имән, йүкә, саған ағастарынан торған киң япраҡлы урман утрауҙары район майҙанының 8,2%‑ын биләй. Хайуандар донъяһы дала һәм урман төрҙәренән тора. Ермолаевка дендропаркы, Никитин яланғаслыҡтары, Яҡуп тоҙло һыу сығанағы — тәбиғәт ҡомартҡылары. Наҡаҫбаш заказнигы ойошторолған.

2018 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 191,9 мең га (дөйөм майҙандың 85,9%‑ы) тәшкил итә, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр – 108,2, сабынлыҡтар – 17,5, көтөүлектәр – 70,7; урмандар майҙаны – 18,4, ер өҫтө һыуҙары – 0,9. Район Урал алды дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [5 АХПК, 9 ЯСЙ, 127 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары, көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүгә, һөт‑ит йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә махсуслаша. Йылҡысылыҡ, умартасылыҡ үҫешкән. Район терр‑яһында “Ермолаевка икмәге” АЙ, “Ремонтник” ЯСЙ бар. “Газпром подземного хранения газа” ЯСЙ‑ның филиалы — “Ҡансыра газды ер аҫтында һаҡлау идаралығы”, “Машхимтрейд”, “Көйөргәҙе нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы”, “Куюргазамолоко” ЯСЙ‑лары, юл ремонтлау‑төҙөү идаралығы һ.б. эшләй. Район терр‑яһынан Куйбышев (Дим—Төйлөгән участкаһы) һәм Көньяҡ Урал (Мораптал–Һаҡмар) т. юлдары, Өфө—Ырымбур, Магнитогорск—Ира автомобиль юлдары үтә. Көньяҡ иҡтисади төбәккә инә.

Районда 17 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 13‑ө урта мәктәп, ш. иҫ. Ермолаевка урта мәктәбе №1, Мораптал урта мәктәбе, Таймаҫ гимназия‑интернаты, коррекция мәктәп‑интернаты (Ермолаевка), “Ғаилә” Көньяҡ район‑ара үҙәгенең соц. реабилитациялау төркөмө, 24 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто, пед. мәғлүмәт үҙәге, ДЮСШ; үҙәк район һәм 2 участка дауаханаһы, 3 амбулатория, 43 фельдшер‑акушерлыҡ пункты, ҡарттар һәм инвалидтар йорт‑интернаты (Свобода а.), балалар һәм үҫмерҙәр өсөн соц. приют (Ермолаевка), “Ыласын” физкультура‑һауыҡтырыу комплексы; 42 клуб учреждениеһы, ш. иҫ. “Йәшлек” мәҙәниәт һарайы, 15 мәҙәниәт йорто, 26 ауыл клубы, 21 китапхана, Ғәзиз Әлмөхәмәтов музейы, Кинйә Арыҫланов музейы, Көйөргәҙе музейы, Б.Бикбай (Яңы Ҡалта а.), А.С.Пушкин (Шәбағыш а.) музейҙары бар. 19 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. “Куюргаза” һәм “Юшатыр” район‑ара (башҡорт телендә) гәз. нәшер ителә.

Г.Н.Кәбирова, З.Ш.Тимербаева

Тәрж. Х.А.Шәрипова

 

Карта района

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019