ӨФӨ СПИРТ-АРАҠЫ КОМБИНАТЫ
425
ӨФӨ СПИРТ-АРАҠЫ КОМБИНАТЫ, “Башспирт” ААЙ филиалы. Комбинат составына Өфө спирт заводы; ликёр-араҡы изделиелары әҙерләү һәм ҡойоу, һауыт-һаба, ликёр цехтары; складтар инә. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1876 й. сауҙагәр К.И.Блохин (ҡара: Блохиндар) шарап ҡыуыу з‑ды булараҡ ойоштора, 1894 й. В.И.Видинеев тарафынан һатып алына һәм 5‑се Спасс з‑ды итеп үҙгәртелә; 1917 й. һуң национализациялана. 1923 й. алып Өфө ликёр-араҡы з‑ды, 1998 й. — «“Ал‑ тын быуат” Өфө спирт-араҡы комбинаты» ДУП‑ы, 2003 й. — филиал, 2004 й. — структур бүлексә, 2006 й. хәҙ. статусын ала, 2007 й. хәҙ. исемен йөрөтә.
Тәрж. Г.А.Миһранова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар:
Связанные статьи: