Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИШЕМБАЙ, ҡала

Просмотров: 1880

ИШЕМБАЙ, БР‑ҙағы ҡала, Ишембай р‑нының адм. үҙәге (1937 й. алып). Өфөнән көньяҡҡа 160 км һәм Салауат т. юл ст. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 18 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Майҙаны — 103 км2. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 18,0; 1959 — 46,6; 1989 — 70,2; 2002 — 70,2; 2010 — 66,2. Милли составы: урыҫтар — 51,7%, башҡорттар — 28,4%, татарҙар — 14,9%.

И. иҡтисад нигеҙен яғыулыҡ сәнәғәте һәм машиналар эшләү пр‑тиелары тәшкил итә. “Ишимбайнефть” НГДУ‑һының “Башнефть—Добыча” филиалы, Ишембай электр бүлеү селтәрҙәре, “Витязь” ААЙ, Ишембай машиналар эшләү заводы, Ишембай станоктар эшләү заводы, “Идель-Нефтемаш” ЯСЙ, “ИНМАН” ЯАЙ, Ишембай урман сәнәғәте хужалығы, Ишембай трикотаж әйберҙәр фабрикаһы, Ишембай ойоҡ фабрикаһы, Ишембай икмәк комбинаты, юл ремонтлау‑төҙөү идаралығы һ.б. эшләй. И. аша Куйбышев т. юлы (Аллағыуат—Ишембай тармағы), Ишембай—Красноусол, Ишембай—Воскресенск—Мәләүез автомобиль юлдары үтә. Стәрлетамаҡ—Салауат сәнәғәт узелына инә.

Ишембайҙа Авиация техник университеты филиалы, Көнсығыш иҡтисади‑юридик гуманитар академияһының, Иҡтисад һәм сервис университетының вәкиллектәре, Ишембай нефть колледжы, һөнәрселек лицейы, ПУ, махсус һөнәрселек уч‑щеһы, 23 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 17‑һе урта мәктәп, ш. иҫ. Гимназия‑интернат №2, Кадет мәктәп‑интернаты, 22 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, Балалар сәнғәт мәктәбе, 3 ДЮСШ, Шашка буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе, Балалар (үҫмерҙәр) ижады һарайы, Пионерҙар һарайы; үҙәк район дауаханаһы, 5 диспансер, 2 балалар шифаханаһы; Ишембай мәҙәниәт һарайы, “Икар” кинокомплексы, Техника йорто, 5 клуб учреждениеһы, 19 китапхана, картиналар галереяһы, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Хәрби дан музейы, Спорт һарайы, “Нефтсе” стадионы, 2 мәсет, сиркәү; “Ишембай” ст. бар. Ҡалала 4 халыҡ һәм 2 өлгөлө үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. “Восход” һәм “Торатау” гәз. сыға.

1934 й. Ишембай нефть ятҡылығын үҙләштереү башланғас, И. эшселәр ҡасабаһы булараҡ барлыҡҡа килә. 1936—37 йй. Стәрлетамаҡ ҡ. составында, 1940 й. хәҙ. статусын ала. 40‑сы йй. ҡала эсенә Бурансы, Ишембай, Көҫәпҡол, Смаҡай, Яңы Бурансы, Весёлый, Кузьминовка, Первомайский, Тирмәнйылға аа.; Алебастр, Весёлый, Ишембай, Левобережный ҡасабалары ингән. Ишембайҙа мәҙәни мираҫ объекттары бар: “Өләсәй” нефть вышкаһы (1932), Б.В. һуғышы йылдарында (1941—45) яраларҙан һәләк булған совет яугирҙарының ҡәбере, мәсет.

И.В.Голубченко

Тәрж. З.Б.Латипова

Карта города

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019