Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗАМАНОВ Мәсғүт Фәйзрахман улы

Просмотров: 1098

ЗАМАНОВ Мәсғүт Фәйзрахман улы [15.1.1914, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Иҫәнбәт а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 16.2.1988, шунда уҡ], Соц. Хеҙмәт Геройы (1957). 1939—40 йй. советфинлянд һуғышында ҡатнашыусы. 1931 й. алып Үзбәк ССР‑ында эшләй. 1934 й. башлап Баймаҡ р‑нында: 1938 й. тиклем механик, 1941 й. алып трактор бригадаһы бригадиры, 1955 й. — Сибай МТС‑ында, 1957—60 йй. “Сибай” с‑зында комбайнсы. Юғары хеҙмәт етештереүсәнлегенә өлгәшкән: 778 га майҙанда 21 ц/га төшөмлө иген культуралары урып алынған (1956). СССР ЮС‑ының 5‑се саҡырылыш депутаты. Ленин орд. м‑н (1957, 1966) бүләкләнгән. З. исеме м‑н тыуған ауылында һәм Баймаҡ р‑ны Иҫке Сибай а. урамдар аталған.

Әҙәб.: Нигматова Г. Счастье его на земле //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: