Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШОМБОЯ

Просмотров: 973

ШОМБОЯ (Orobanche), шомбоя һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған хлорофилһыҙ паразит үҫемлектәр заты. Яҡынса 150 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 9 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үлән ке­үек үҫемлектәр. Тамырҙары гаусторияларға (ҡыҫҡа итләс сүстәр) үҙгәргән, улар ярҙамында Ш. хужа үҫемлектәрҙең тамырҙарына йәбешә. Һабаҡтары итләс, ябай йәки тарбаҡлы, һоро йәки һары төҫтә, бейеклеге 20—65 см тиклем. Япраҡтары һоро тәңкәләр рәүешендә. Сәскәләре тоноҡ шәмәхә, зәңгәрһыу, күкһел, көрән күк, башаҡ йәки тәлгәш һымаҡ сәскәлектәргә йыйылған. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — ҡумта, июль—сент. өлгөрә. Күпселек төрҙәре (күк Ш., күкһел Ш., урал Ш., эре Ш. һ.б.) далала, далалағы битләүҙәрҙә, ташлы тоҡомдарҙың яланғаслыҡтарында, ҡомташтарҙа, ҡайһы бер төрҙәре (Крылов Ш., төҫһөҙсәскә Ш.) һирәкләнгән ҡатнаш һәм ылыҫлы урмандарҙа, уларҙың ситтәрендә, ҡыуаҡлыҡтар араһында үҫә. Көнбағыш Ш. — ҡый үләне; а.х. культуралары сәсеүлектәрендә, далала осрай. Көнбағышта, томатта, тәмәкелә паразит булып йәшәй; үҫемлектәрҙең үҫешен тотҡарлай һәм йыш осраҡта уларҙың һәләк булыуына килтерә. Һабағының бейеклеге 30—65 см. Орлоҡтар м‑н үрсей (бер үҫемлек бер нисә млн тиклем ваҡ орлоҡ бирә), улар йәй эсендә өлгөрә, тупраҡта шытыусанлығын 6—8 йылға тиклем һаҡлай. Респ. башлыса ҙур майҙандарҙа май биреүсе көнбағыш үҫтерелгән Урал алды дала зонаһында һәм Урал аръяғы дала зонаһында осрай. Көрәш саралары: көнбағыштың тотороҡло сорттарын сәсеү, сәсеү әйләнешендә культураларҙы дөрөҫ сиратлаштырыу, тәрән һөрөү, сәсеүлектәрҙең рәт араларын даими эшкәртеү, пестицидтар һәм биологик препараттар ҡулланыу.

Әҙәб.: Бахтизин Н.Р., Рахимов Э.М. Сорные растения Башкирской АССР и меры борьбы с ними. Уфа, 1958; Кираев Р.С. Сорные растения и регулирование их численности в агрофитоценозах. Уфа, 2000.

Н.Р.Бәхтизин

Тәрж. Г.А.Миһранова 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: