ЗАРИПОВ Хәмитйән Камал улы
ЗАРИПОВ Хәмитйән Камал улы [15.10.1910, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ҡарғалы а. (БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны) — 9.2.1990, Өфө], хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1932 й. алып Саҡмағош р‑нында эшләй: “Ударник” к‑зында, 1941—42 йй. һәм 1944 й. алып Ҡарайерек а/с рәйесе, 1950—70 йй. “Еңеү” к‑зы рәйесе. З. етәкс. колхоз үҫемлекселектә юғары күрһәткестәргә өлгәшә: иген культураларының уңдырышлылығы 20,0 ц/га тәшкил итә (1965). Ленин (1966), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1951), “Почёт Билдәһе” (1957) орд. м‑н бүләкләнгән. Ҡарғалыла урамға З. исеме бирелгән һәм бюст ҡуйылған.
Әҙәб.: Садофьев Д. А дело идёт... //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.
И.Ғ.Кәримова
Тәрж. Г.А.Миһранова