ЗАРИПОВА Ғәйникамал Ҡиям ҡыҙы
ЗАРИПОВА Ғәйникамал Ҡиям ҡыҙы (15.6.1943, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Тауҡай-Гәйнә а.), селекционер. А.х. ф. канд. (1978). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1995). БАХИ‑ны тамамлаған (1970). 1964 й. алып Мәләүез р‑нының М.Ғафури ис. к‑зында баш агроном, 1967 й. — Ишембай зона агрохимия лаб. (1970 й. башлап өлкән агрохимик). 1975 й. башлап БНИИСХ‑ла: 1976 й. — өлкән, 1991 й. алып төп ғилми хеҙм‑р, 1998 й. — бүлек мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге күп йыллыҡ мал аҙығы культураларының яңы сорттарын сығарыуға, мал аҙығы үҫемлектәрен өйрәнеү һәм уларҙы үҫтереү технологияһын эшләүгә арналған. З. тарафынан аҡ ҡандала үләненең — Чермасан, күк гибридлы люцернаның — Бибинур, тамырсалы суҡҡыяҡтың — Урал, шифалы тәкә һаҡалының Иглинская сорттары сығарыла, күп йыллыҡ мал аҙығы культуралары (ҡамыш бүтәгәһе, ҡуһа муртһабаҡ, ҡыҙыл йыланҡуҙаҡ, себер аҡтамырсығы һ.б.) баҫыуға индерелә. З. көнсығыш кәзә үләне, люцерна һәм соя орлоғонан юғары уңыш алыу технологияларын эшләй, улар БР‑ҙың Урал аръяғы дала зонаһы, Урал алды дала зонаһы һәм Көньяҡ урман‑дала зонаһы хужалыҡтарында индерелгән. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 11 уйлап табыу авторы.
Хеҙм.: Возделывание козлятника восточного на семена и корм в Башкортостане. Уфа, 2002 (авторҙ.); Адаптивные технологии кормопроизводства в Башкортостане. Уфа, 2004 (авторҙ.).
Тәрж. Г.А.Миһранова