Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАНДРА РАЙОНЫ

Просмотров: 1011

ҠАНДРА РАЙОНЫ, БАССР‑ҙың көнбайышында урынлашҡан, төньяҡта — Шаран, көнсығышта — Бүздәк, көньяҡта — Бәләбәй, көнбайышта Туймазы р‑ндары м‑н сиктәш булған. 1937 й. 20 мартында БАССР‑ҙың Бүздәк һәм Туймазы р‑ндарын бүлеү һөҙөмтәһендә ойошторолған (ҡара: Административ район). 1956 й. 4 июлендә бөтөрөлгән, терр‑яһы Туймазы р‑ны составына индерелгән. Майҙаны — 1062 км2. Район үҙәге — Ҡандра эшселәр ҡасабаһы. Районда 17 ауыл советы, 75 ауыл торама пункты булған. Халҡы — 32,1 мең кеше (1950), күбеһенсә татарҙар, башҡорттар йәшәгән. Иҡт. нигеҙен ит‑һөт йүнәлешле һыйыр малы, һарыҡ үрсетеүгә һәм иген культуралары, картуф үҫтереүгә махсуслашҡан а.х. тәшкил иткән. 20 колхоз, совхоз, МТС, 50 дөйөм белем биреү мәктәбе, ш. иҫ. 3 урта мәктәп, үҙәк район дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, район һәм 5 ауыл китапханаһы булған. “Кызыл байрак” гәз. сығарылған.

Л.А.Маркелова

Тәрж. Л.Р.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: