Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КҮМЕРТАУ, ҡала

Просмотров: 1297

КҮМЕРТАУ, БР‑ҙағы ҡала һәм т. юл станцияһы. Өфөнән көньяҡҡа табан 237 км алыҫлыҡта Башҡортостандың Урал алды көньяғында урынлашҡан. Майҙаны — 170 км2. Халҡы (мең кеше): 1959 й. — 30,8; 1989 — 63,7; 2002 — 66,3; 2010 — 62,8. Милли составы (2002): урыҫтар — 61,6%, башҡорттар — 16,4%, татарҙар  — 12,9%. Ҡала составына Маячный (3,1 мең кеше), Ира (0,5 мең), Алексеевка (0,5 мең), Иҫке Урал (0,2 мең) ауылдары инә.

Ҡаланың иҡт. нигеҙен машиналар эшләү тәшкил итә. К. Күмертау авиация производство предприятиеһы, Күмертау йылылыҡ селтәрҙәре, “Газ‑сервис” — “Кумертаугаз” АЙ, Башҡортостан арматура заводы, “Санйын гипс эшкәртеү комбинаты” компанияһы, “Башҡортостан ҡойоу компанияһы”, “Стройиндустрия”, “Мебель фабрикаһы”, Башҡортостан аҙыҡ‑түлек комбинаты ЯСЙ‑лары, “Межрайкоммунводоканал” МУП‑ы, Күмертау производство компанияһы һ.б. эшләй. Ҡала аша Куйбышев т. юлы (Дим — Төйлөгән участкаһы), Өфө — Ырымбур автомобиль юлы үтә. “Күмертау авиация производство предприятиеһы” ААЙ структураһында Воротыновка аэродромы эшләй. Күмертау — Мәләүез сәнәғәт узелына инә.

Ҡалала Күмертау иҡт. һәм хоҡуҡ ин‑ты, Авиация техник университетының, Ырымбур дәүләт университетының филиалдары, Күмертау тау колледжы, Күмертау педагогия колледжы, Күмертау авиация техник колледжы, Стәрлетамаҡ медицина колледжының филиалы, 14 дөйөм белем биреү мәктәбе, ш. иҫ. 12‑һе урта мәктәп, 3‑сө Башҡорт респ. гимназия‑интернаты, Күмертау политехник лицейинтернаты, 18 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, балалар йорто, балалар муз., хореография, художество мәктәптәре, ДЮСШ, Балалар ижады үҙәге, йәш натуралистар станцияһы; ҡала дауаханаһы, туберкулёзға ҡаршы диспансер, СПИД һәм инфекцион ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм улар м‑н көрәшеү үҙәге филиалы, мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн респ. реабилитациялау үҙәге (ҡара: Медицина үҙәктәре); 2 клуб учреждениеһы булған мәҙәни‑ял үҙәге, 8 китапхана, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, “Прометей” спорт‑һауыҡтырыу комплексы, “Юбилейный” физкультура‑һауыҡтырыу комплексы, “Шахтёр” спорт комплексы, сиркәү, 3 мәсет, Изге София ҡорамы, Марфо‑Мариин ҡатын‑ҡыҙҙар монастыры (Ира а.), Иоанн‑Предтеча соборы, Державный Божья Матерь сиркәүе (Маячный а.) урынлашҡан. 15 халыҡ һәм 8 өлгөлө үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. “Кумертауское время” һәм “Юшатыр” гәз. нәшер ителә.

Ҡалаға 1947 й. Бабай һоро күмер ятҡылығын үҙләштереүгә бәйле Бабай ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1949 й. башлап К. эшселәр ҡасабаһы, 1953 й. хәҙ. статусын ала, 1965—90 йй. — Күмертау районының үҙәге. К. эсенә Заря, Пятки ҡасабалары, Воротыновка, Земледелец аа., Пахомовка утары инә. 1996—2003 йй. ирекле иҡтисади зона статусына эйә була. Ҡалала мәҙәни мираҫ объекттары: элекке “Башкируголь” идаралығының бинаһы (1961), Покровка сиркәүе (хәҙ. Изге София ҡорамы; 1914—16) урынлашҡан. 2016 й. уҙымлы соц.‑иҡт. үҫеш терр‑яһы статусы бирелә.

И.В.Голубченко, Г.Н.Кәбирова

Тәрж. Л.Р.Шәрипова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019