ЗАКИРОВ Сөмбәт Нәби улы
ЗАКИРОВ Сөмбәт Нәби улы (9.10.1936, Өфө ҡ. — 30.12.2020, Мәскәү ҡ.), тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1972), профессор (1973). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1959) И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте институтында эшләй; 1987 й. алып РФА‑ның Нефть һәм газ проблемалары институтында (Мәскәү ҡ.) лаборатория мөдире, 2007 й. — баш ғилми хеҙмәткәр. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереүгә бәйле. З. етәкселегендә газ, газ конденсаты, нефть һәм газ конденсаты һәм нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү технологияһының инновацион теориялары эшләнгән, шулай уҡ скважиналар һәм ҡатламдар тикшерелгән. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре Ырымбур, Ҡарасығанаҡ (Ҡаҙағстан), Уренгой (Төмән өлкәһе) һ.б. тәбиғи газ һәм нефть ятҡылыҡтарында индерелгән. СССР‑ҙың Дәүләт премияһы (1986), Губкин исемендәге премия (1983) лауреаты.
Х е ҙ м.: Новые принципы и технологии разработки месторождений нефти и газа: в 2 ч. М., 2004—2009 (авторҙ.); Разработка месторождений нефти и газа с суперколлекторами в продуктивном разрезе. М., 2011 (авторҙ.).
Тәрж. Э.М.Юлбарисов