Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАР ЗАПАСТАРЫ

Просмотров: 1434

ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАР ЗАПАСТАРЫ, Ер аҫтындағы һәм өҫтөндәге файҙалы ҡаҙылмаларҙың геология‑разведка эштәре мәғлүмәттәре буйынса билдәләнгән күләме. РФ‑та Ф.ҡ.з. өйрәнелеү дәрәжәһенә ҡарап 4 категорияға айырыла: А, В, С1 һәм С2. Тәүге өс категорияһы — разведкаланған запастарҙы, һуңғыһы алдан баһаланған запастарҙы тәшкил итә. Категорияға теркәү геология‑разведка эштәрен үткәргәндә алынған мәғлүмәттең ентеклелегенән ғибәрәт. Ҡулланыу яраҡлығына ҡарап баланс (үҙләштереү иҡтисади маҡсатҡа ярашлы); баланстан тыш (хәҙерге заман шарттарында сығарыу иҡтисади маҡсатҡа ярашлы түгел, әммә яңы технологиялар барлыҡҡа килеү йәки сеймал баҙары конъюнктураһының үҙгәреүе сәбәпле уларҙы баланс категорияһына күсереү мөмкинселеге бар) Ф.ҡ.з. бүленә. Ф.ҡ.з. күрһәткестәрен билдәләү өсөн сәнәғәт кондицияларын (ҡиммәтле компоненттарҙың минималь сәнәғәт миҡдары, файҙалы ҡаҙылма есемдәренең минималь ҡалынлығы һ.б. параметрҙар) характерлаған иҫәп-хисап үткәрелә. Ф.ҡ.з. кондицияһын раҫлау, иҫәп‑хисап дөрөҫлөгөн тикшереү, уларҙы баланс һәм баланстан тыш төркөмдәргә бүлеү, сәнәғәттә үҙләштереү өсөн ятҡылыҡ әҙерлеген билдәләү менән Дәүләт файҙалы ҡаҙылмалар запастары комиссияһы шөғөлләнә. Комплекслы ятҡылыҡтар өсөн Ф.ҡ.з. иҫәпләү һәм раҫлау һәр бер ҡиммәтле компонентҡа ҡарата башҡарыла. Минераль сеймалдың яғыулыҡ‑энергетика, ҡара металлургия һәм төҫлө металлургия өсөн, тау‑техник, тау‑химик, агрономик, төҙөлөш сәнәғәте өсөн, гидроминераль төрҙәре буйынса баланс Ф.ҡ.з. үҙгәрешенең йыллыҡ иҫәбе (табыш, юғалтыуҙар һ.б.) Рәсәй тәбиғәт ресурстары һәм экологияһы министрлығы Ер аҫтын файҙаланыу федераль агентлығының БР буйынса ер аҫтын файҙаланыу идаралығы һәм БР‑ҙың Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы тарафынан алып барыла.

Б.Д.Мәһәҙиев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.05.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: