Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘШЕЛ ТАШЛЫ МЕТАМОРФИЗМ

Просмотров: 964

ЙӘШЕЛ ТАШЛЫ МЕТАМОРФИЗМ, төбәк метаморфизмының 250—450°С температурала һәм 2—6 кбар баҫым аҫтында барған төрө. Фанерозойҙың һәм кембрий алдының йыйырсыҡлы өлкәләрендә вулканоген, вулканоген-ултырма, интрузив тау тоҡомдарында үҫешкән (йәшел ташлы бүләктәр). Й.т.м. минераль ассоциацияларының арауыҡтағы таралышы температураның тәрәнлеккә ҡарата күтәрелеүенә, шулай уҡ айырым магматик сығанаҡтар тәьҫиренә бәйле. Метаморфик реакциялар геодинамик режимда барған өҫтөнлөклө һуҙылыу процесы ваҡытында барлыҡҡа килгән шыуыу үҙгәрешенән башҡа тормошҡа ашырыла. Й.т.м. минераль ассоциацияһында актинолит, хлорит, эпидот күпселекте тәшкил итә; ғәҙәттә шулай уҡ әсе плагиоклаз (альбит), кварц, пумпеллиит, пренит, серицит, лейкоксен, сфен, кальцит була. Үҙгәргән тоҡомдарға тәүге структура‑текстура үҙенсәлектәрен һаҡлап ҡалыу һәм составтарында беренсел минералдарҙың реликттары булыу хас. Башҡортостанда палеозой, күберәге Магнитогорск мегасинклинорийының, Йылайыр синклинорийының һәм Башҡорт мегантиклинорийының өҫкө девонға тиклемге ҡатламдарында киң таралған. Й.т.м. һөҙөмтәһендә үҙгәргән вулканоген ҡатламдарға баҡыр колчеданы ятҡылыҡтары (Учалы, Сибай; Йылайыр районындағы Май, Хәйбулла районындағы Бүребай һәм Маҡан ятҡылыҡтары) тура килә.

  Әҙәб.: Н е ч е у х и н В.М., М а р к с В.А., П р о к и н В.А. Метаморфизм горных пород вулканогенных толщ областей древнего вулканизма и его графическое отображение на картах //Палеовулканизм Урала. Свердловск, 1968; П р о к и н В.А. Закономерности размещения колчеданных месторождений на Южном Урале. М., 1977.

А.А.Алексеев

Тәрж. И.М.Япаров

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.11.2022
Связанные темы рубрикатора: