Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘШЕЛ ҺӘҮЕРТАШЛЫ МЕТАМОРФИЗМ

Просмотров: 858

ЙӘШЕЛ ҺӘҮЕРТАШЛЫ МЕТАМОРФИЗМ, температура 250—500°С, баҫым 2—8 кбар булғанда барлыҡҡа килеүсе урындағы метаморфизмдың бер төрө. Тектоник стресс шарттарында тау тоҡомдарының пластик шыуышыуы һөҙөмтәһендә өҫкө ҡатламдарҙың аҫҡыларына баҫымы түбәнәйә. Ошо сәбәптәр бөтә төр тоҡомдарҙа ла Й.һ.м. нигеҙе булып тора (В.Н.Пучков буйынса). Минераль ассоциацияһы составында актинолит, хлорит, эпидот өҫтөнлөк итә. Й.һ.м. шарттарында барлыҡҡа килеүсе тау тоҡомдары йәшел һәүерташ фацияларына айырыла. Иң типиктары булып филлит, мусковитлы кварцит, актинолит‑тремолит амфиболит; төрлө составлы һәүерташ: хлорит‑мусковит‑кварцлы, биотит‑хлорит‑кварцлы, стильпномелан‑хлорит‑кварцлы, мусковит‑хлорит‑кварц‑альбитлы, мусковит‑биотит‑кварц‑альбитлы, хлорит‑биотит‑альбит‑кварцлы, хлорит‑актинолит‑эпидот‑альбитлы, мусковит‑актинолит‑хлорит‑альбит‑кварцлы, хлорит‑актинолитлы һәүерташтар тора. БР территорияһында Й.һ.м. белорет метаморфик комплексында, һәүәнәк метаморфик комплексында һәм мәҡсүт метаморфик комплексында киң үҫешкән. Й.һ.м. һөҙөмтәһендә үҙгәргән тоҡомдарға йөҙләү кварциттарының ваҡ ятҡылыҡтары (Йылайыр районында — Ғәли, Һаҡмар, Белорет районында Кирәл ятҡылыҡтары) инә.

  Әҙәб.: Фации регионального метаморфизма умеренных давлений. М.; 1972.

О.А.Захаров

Тәрж. И.М.Япаров

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.11.2022
Связанные темы рубрикатора: